Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2023, 15:43

Бөтнөктән төнәтмә

аБауырҙы дарыуһыҙ өйҙә лә таҙартырға мөмкин. Бының өсөн һеҙгә бөтнөк (мята), әфлисун, лимон, бал һәм һыу кәрәк буласаҡ. Уларҙан эшләнгән эсемлектең бер генә стаканы ла мөғжизәгә тиң.

Бөтнөктән төнәтмә
Бөтнөктән төнәтмә

Бауырҙы дарыуһыҙ өйҙә лә таҙартырға мөмкин. Бының өсөн һеҙгә бөтнөк (мята), әфлисун, лимон, бал һәм һыу кәрәк буласаҡ. Уларҙан эшләнгән эсемлектең бер генә стаканы ла мөғжизәгә тиң.
Кәрәк: бер өйөм бөтнөк япрағы, 1 лимон һуты, 1 әфлисун һуты, 1 л һыу, 3 аш ҡалағы бал.
Һыуҙы йылытығыҙ, таҙалап йыуылған бөтнөк япрағын һүрән утта 5 минут ҡайнатығыҙ. Утты һүндереп, һыуҙы бүлмә температурһындай хәлгә тиклем һыуытырға ултыртығыҙ. Лимон, әфлисун һуты, бал ҡушып болғағыҙ. Килеп сыҡҡан эсемлекте һөҙгөс аша үткәреп алығыҙ. Мөғжизәгә тиң шифалы эсемлек әҙер! Ул һәр төрлө ағыуланыу мәлендә лә ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәккә лә яҡшы тәьҫире бар. Сарсағанда һыуһынды ла ҡандыра.
Хәлһеҙлек, энергияның булмауы, уң яҡ ҡабырға аҫты ауыртыуы, уҡшыу, аш эшкәртеүҙә килеп тыуған проблема, тәнгә нимәнеңдер сәбертеп сығыуы -- былар барыһы ла бауырҙың йүнләп эшләмәүенән. Әлеге эсемлекте бер нисә көн дауамында көнөнә 1 стакан эсеү ҙә етә. Бауыр таҙарыр.

* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

ataysal.rbsmi.ru

Бөтнөктән төнәтмә
Бөтнөктән төнәтмә
Автор:
Читайте нас: