Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2023, 14:48

“Башҡортостан” полкын туплау 30 июндә тамамлана

Унда яҡынса 2,5 мең яугир булыр тип күҙаллана.

“Башҡортостан” полкын туплау 30 июндә тамамлана
“Башҡортостан” полкын туплау 30 июндә тамамлана

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ еткерҙе. 30 июнгә тиклем республикала “Башҡортостан” ирекмәндәр полкы тупланып бөтәсәк.

– Ирекмәндәр полкын булдырыу буйынса эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Яҡынса унда 2,5 мең яугир булыр тип күҙаллайбыҙ. Был эште 30 июнгә тиклем тамамларға кәрәк, егеттәрҙең Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтер өсөн етерлек ваҡыты ҡалырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.

Әйткәндәй, 25 майҙа Шишмә районындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркы биләмәһендә Сергей Зорин исемендәге Башҡортостан танк батальонын һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге Башҡорт зенит-артиллерия батареяһын хәрби күнекмәгә тантаналы оҙаттылар. Ике хәрби подразделение ла “Башҡортостан” ирекле полкы составына инәсәк.

Уҙған аҙнала Өфөлә үткән “Китап байрамы” бар республиканы гөрләтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараға йомғаҡ яһап, уның ойоштороу кимәлен юғары баһаланы һәм баш ҡалала көҙ тағы бер ҙур форум әҙерләнә тине.

Шулай, быйыл сентябрь урталарында Совет майҙанында Беренсе Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары индустрияһы һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумы үтәсәк. Был сараны артабан йыл һайын үткәрергә планлаштыралар.

– Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын уҙғарырға тигән тәҡдим индерҙек. Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым, улар партнер булып сығыш яһарға тейеш. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация һәм эшлекле өлөш буласаҡ. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Беҙгә уйынсыҡтарыбыҙҙы етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙебеҙҙең идеологияны уҙғарырға, ниндәй ил булыуыбыҙ, ниндәй геройҙарыбыҙ барлығы хаҡында һөйләргә кәрәк. Шуға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым, – тине Башҡортостан Башлығы.

Билдәле булыуынса, быйыл сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға етенсе йыйылыш депутаттары һайлайбыҙ. Был мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерлек бөгөндән башланды. Ошо арала “Берҙәм Рәсәй” партияһының электрон алдан тауыш биреү процедураһы үтте. Башҡортостан Башлағы Радий Хәбиров әйтеүенсә, унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Хәбәр ителеүенсә, 22-нән 28 майға тиклем бар республика халҡы был тауыш биреүҙә ҡатнаша һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан үҙ кандидаттарын билдәләй ала ине.

Сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарынан тыш урындағы үҙидара органдарына ла һайлауҙар көтөлә. Ә алдан тауыш биреү буласағы тураһында илдә 1 мартта иғлан ителгәйне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 250 меңдән ашыу кешенең тауыш биреүе – бик юғары күрһәткес һәм халыҡтың һайлауға ҡыҙыҡһыныуы булыуы тураһында һөйләй.

– Партия 23 июндә республика конференцияһы үткәреп, үҙенең кандидаттарын раҫлаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: ufa.mk.ru

Башинформ.

 

“Башҡортостан” полкын туплау 30 июндә тамамлана
“Башҡортостан” полкын туплау 30 июндә тамамлана
Автор:
Читайте нас: