Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2023, 11:48

Нурияға уңыштар теләйек!

Бөгөн сығарылыш класс уҡыусылары рус теленән Берҙәм Дәүләт имтиханын тапшыра. 

Нурияға уңыштар теләйек!
Нурияға уңыштар теләйек!

Ҡыңғыр-Мәнәүез урта мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы Нурия Илгиз ҡыҙы Фәйзулллина мәктәпте тик “5”–ле билдәләренә генә тамамлаған. Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙ үҙе белем алған мәктәптә уҙғарылған, шулай уҡ барлыҡ район кимәлендәге спорт ярыштарында актив ҡатнаша.

Барлыҡ фәндәр ҙә еңел бирелгән Нурия Фәйзуллина уҡыған осорҙа айырыуса инглиз теле, математика, информатика дәрестәрен көтөп ала. Зирәк, һәләтле ҡыҙ кесе йәштән сәнғәткә ылыға, ул бейеү менән шөғөлләнә, ауылда үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тырыш уҡыусының уңыштары ла бихисап: ул төрлө теүәл фәндәр буйынса бик күп тапҡырҙар олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләнә. Мәҫәлән, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында 1-се урын ала, иншалар конкурсында иһә “Минең өләсәйем - уҡытыусы” иншаһы өсөн 3-сө урынға лайыҡ була. Нурия район намыҫын республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла лайыҡлы яҡлай, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса 2-се урынға сыға. Уның һәр башланғысын хуплап тороусы ата-әсәләре Эльмира һәм Илгиз Фәйзуллиндар икеһе лә һөнәре буйынса уҡытыусы, улар ҡыҙҙарының киләсәктә лә һынатмауына ышана. 

Һәр сығарылыш уҡыусыһы кеүек, Нурия Фәйзуллина өсөн дә тулҡынландырғыс осор етте: ул математика, рус теле һәм информатика фәндәренән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ.  Киләсәктә ул үҙен технологияла һәм информацион системалар белгесе итеп күрә.  

- Һәр кемдең маҡсаты булһын һәм шуға ынтылһын ине. Ә уңышҡа ирешеүе ауыр булһа ла, аҙаҡ был турала йылмайып ҡына иҫкә аласаҡһың. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан юлды, һөнәрҙе һайлаһын, – тип тиҫтерҙәренә теләктәрен дә еткерә ул.

Мәктәп ғорурлығы булған Нурия Фәйзуллина Берҙәм дәүләт имтихандарын ғына түгел, ә тормош ҡуйған һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтер, тип ышанабыҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Ш!хси архивтан алынған фото.

Нурияға уңыштар теләйек!
Нурияға уңыштар теләйек!
Автор:
Читайте нас: