Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2023, 10:04

Йәшен һәм көслө ел була тип иҫкәртәләр

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле һәм насар метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 29 майҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, көндөҙ урыны менән йәшен, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. 

Йәшен һәм көслө ел була тип иҫкәртәләр
Йәшен һәм көслө ел була тип иҫкәртәләр

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +15,+20, көнсығыш райондарҙа +7, +12, көндөҙ +26, +31 градус тәшкил итәсәк. Автомобиль юлдарында иртәнсәк бер аҙ томан, 1-2 саҡрымғаса күреү һәләте ауырлаша.

Башинформ. 

Йәшен һәм көслө ел була тип иҫкәртәләр
Йәшен һәм көслө ел була тип иҫкәртәләр
Автор:
Читайте нас: