Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2023, 09:54

Баҡсасы кәңәштәре

Татлы борос рассадаһын ергә ултыртҡас та туҡландырыу мөһим.

Баҡсасы кәңәштәре
Баҡсасы кәңәштәре

 Япраҡтары күбәйеп үҫеп китһен өсөн уға азот кәрәк. Әҙер азот ашламаһын ҡулланырға була. Шулай ҙа иң яҡшыһы — кесерткәндең һәм башҡа үләндәрҙең бер аҙна самаһы торған төнәтмәһен һибеү.

Борос сәскә ата башлау менән калий һәм фосфорға мохтажлыҡ кисерә. Ағас көлө — иң һәйбәт сара. Уны ҡоролай һибеп сығырға йәки 5 литр һыуға 3 аш ҡалағы нисбәтендә эретеп бирергә мөмкин. Балыҡ оно булһа, 8 литр һыуға 2 аш ҡалағы иҙеп ҡояһың.

Боросҡа нимә етешмәүен нисек белергә?
Әгәр япраҡтар фиолет төҫкә инһә, уға фосфор етешмәй тигән һүҙ. Япраҡтар һарғайһа — азот етешмәүҙән. Япраҡтар төрөлөп формаһын юғалта башлаһа — калий етешмәүен күрһәтә. Магнийға ҡытлыҡ булһа — япраҡтарҙа һары-һоро таптар барлыҡҡа килә. Ә инде сәскәләр һәм өҫкө япраҡтар ҡойолоп төшә башлаһа — бор кислотаһы һибәбеҙ (10 литр һыуға 1 сәй ҡалағы). Борос шулай уҡ ҡош тиҙәге, коровяк эретмәләре, банан, йомортҡа ҡабыҡтарын ярата. Уны хатта арыш икмәге менән ашларға була. Ярты килолыҡ арыш икмәген 5 литр эҫе һыуҙа ебетеп, 4-6 сәғәт тотаһың да, һөҙөп, алдан еүешләнгән төптәргә ҡойоп сығаһың.

https://vk.com/ataysalgazeta

Баҡсасы кәңәштәре
Баҡсасы кәңәштәре
Автор:
Читайте нас: