Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2023, 11:38

Башҡортостанда табиптарға ярҙамға ысын роботтар килә!

Робот ярҙамында табиптар урологияла, гинекологияла, кардиохирургияла, абдоминаль һәм колоректаль хирургияла иң ҡатмарлы операциялар үткәрә.

Башҡортостанда табиптарға ярҙамға ысын роботтар килә!
Башҡортостанда табиптарға ярҙамға ысын роботтар килә!

2018 йылда уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Волга буйы федераль округындағы тәүге юғары технологиялы  "da Vinci Si" роботы үҙ эшен башланы. Ә 2022 йылда "da Vinci Xi" дүртенсе быуын системаһы ҡуйыла.

Илдә бындай мөмкинлеге булған дүрт үҙәк кенә бар. Робот ярҙамында табиптар урологияла, гинекологияла, кардиохирургияла, абдоминаль һәм колоректаль хирургияла иң ҡатмарлы операциялар үткәрә. Рәсәйҙә 2022 йылда яһалма интеллект ҡулланылған 500 меңдән ашыу диагностик тикшереү уҙғарылған.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Офтальмогеронтология: проблемаларҙы инновацион хәл итеү» форумында ошо хаҡта һөйләне. Бөгөн - медицинала технологик тәртип алмашыныу барған үҙгәрештәр ваҡыты, тип өҫтәне министр. Был бер нисә төп нәмәлә - синтетик биология һәм күҙәнәк технологиялары өлкәһендәге эшкәртмәләрҙә, медицина техникаһында, регенератив медицинала, яһалма интеллект индереүҙә.

Медициналағы заманса трендтар тураһында - беҙҙең карточкаларҙа.

Башинформ. 

Башҡортостанда табиптарға ярҙамға ысын роботтар килә!
Башҡортостанда табиптарға ярҙамға ысын роботтар килә!
Автор:
Читайте нас: