-7 °С
Болотло
Шифалы төнәтмә яһау өсөн бер иш күләмдә таҙартылған һәм кәбәгенән айырылмаған һоло кәрәк. Файҙалыраҡ булһын өсөн таҙартылғанын комбайнда ваҡлап алырға ла була. Тигеҙ итеп әҙерләнгән өс ҡалаҡ һолоға ярты литр һыу ҡойоп, һүлпән утта 15-20 минут яй ғына ҡайнатып алырға. Шуны һыуытып, марля аша һөҙөп алғас, файҙалы эсемлек әҙер була.
Көнөнә ике стакан тирәһе төнәтмә эскәндә лә организмда ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә, еңеллек барлыҡҡа килә, күңел күтәренкелеге тойола, ҡөмүмән ул бар организмға көс бирә.