

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте хәбр итеүенсә, Мәләүез янында Шагайка күленән ҡоткарыусылар 40 йәшлек ир-аттың үле кәүҙәһен сығарғандар һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен чсаҡыртҡандар.
Шулай уҡ 3 июндә Сипайлово микрорайонында Уфимка йылғаһынан ҡотҡарыусылар тағын бер ирҙең үле кәүҙәһен сығарғандар. Әлеге ваҡытта уның шәхесен билдәләйҙәр.
Учалы районының Сөләймән ауылы янында, урындағы карьерҙа, шаһиттар билдәләүенсә, 19 йәшлек егет батып үлә.
Күгарчен районының Түлебай ауылы янында 29 йәшлек ир-аттың быуала батып үлеүе билдәле булған. Ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен һыуҙан сығарған.
4-се июнь иртәһендә ашығыс хеҙмәттәргә Ҡырмыҫҡалы районынан тағын бер хәбәр килә. Бында Ағиҙел йылғаһында 28 йәшлек ир-ат батып үлгән. Урында водолаздар эшләй.
Һәр көндө тиерлек һыуҙа батып үлеүселәр тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр килеп тора. Йыш ҡына был фажиғәләр һыу ҡойоноусыларҙың ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотмауға бәйле. Эҫе йәй көндәрендә һыу ҡойоноу рәхәт, ләкин хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоп, үҙҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ. Һаҡ, иғтибарлы булығыҙ, дуҫтар. Рәсми, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу керегеҙ.