Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
8 Июнь 2023, 03:09

Һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола

Хәйбуллалар иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйырға ниәтләй.

Һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторолаҺабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола
Һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола

Райондың һәр ауыл биләмәһе башҡорттарҙың боронғо ризыҡтарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләй.

"Хәйбулла йәйләүе" ихатаһында милли һөт ашамлығын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтелә.

Фестивалдең иң сағыу мәле — иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйыу. Район хакимиәт башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәбәр итеүенсә, рекордты теркәү өсөн Рәсәйҙең рекордтар Китабы эксперты килә.

Байрамға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған, улар араһында "Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Байрамдың төп геройы — «Ҡоротбикә».

Башинформ. 

Һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола
Һабантуйҙа «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола
Автор:
Читайте нас