Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Июнь 2023, 13:16

Республикала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булды

Башҡортостанда химия, әҙәбиәт һәм география буйынса берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды.

Республикала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булдыРеспубликала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булды
Республикала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булды

Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙан 20 уҡыусы 100 балл йыйған, шуларҙан географиянан - 3 максималь һөҙөмтә, әҙәбиәттән - 1, химиянан - 16.

598 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Имтиханда бөтәһе 3249 кеше ҡатнашты.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен сығарылыш уҡыусылары Башҡортостан буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы-11 һөҙөмтәләре менән танышыу сервисының шәхси кабинеттарында, шулай уҡ үҙҙәренең мәктәптәрендә белергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июндә Башҡортостанда сығарылыш класс уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы, уны 38% һайланы. Киләһе аҙна биологияға (13 июнь) һәм сит телдәргә арнала.

https://www.bashinform.ru

Республикала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булды
Республикала БДИ буйынса тәүге 100 балл йыйыусылар билдәле булды
Автор:
Читайте нас