Татлы борос үҫкән ер кибеп, ҡатып китһә, уның сәскә атыуы һәм емешкә төймәләнеүе тотҡарлана. Көндәр ҡоро торһа, был йәшелсәләргә 3-4 көн һайын һәр төпкә 1,5-2 литр иҫәбенән йылы һыу һибергә кәңәш ителә. Йәшелсәләрҙең төптәрен йомшартып тороу ҙа уларҙың яҡшы емешләнеүенә йоғонто яһай.
Июндең икенсе декадаһында помидорҙар матурланып үҫеп китә. Уларға, шулай уҡ, ваҡытында һыу һибергә, төптәрен йомшартырға һәм артыҡ ботаҡтарын киҫеп ташлап, һабаҡтарын формалаштырырға кәрәк. Помидорҙар сәскә атҡанда көндәр һалҡынса булып, йыш ҡына ямғыр яуып торһа, уларға шыйыҡ ҡына бор кислотаһы иремәһе һибегеҙ. Ташҡабаҡтар сәскәгә йомарланғанда төп һабаҡтың башын өҙөгөҙ, тармаҡтарындағы һабаҡтар 35-40 сантиметрға ҡәҙәр үҫкәс, уларҙың да баштарын өҙөп алығыҙ.
Фото: webpulse.imgsmail.ru