

Беҙҙең халыҡта: «Үҫтермә һигеҙҙе, үҫтер һимеҙҙе!» – тигән әйтем бар. Баҡсаһында йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүселәргә лә бик тура килә был әйтем. Күп итеп ултыртып, тейешле тәрбиә етмәһә, уңышын барыбер әллә ни күп ала алмайһың. Ә бына әҙ генә ултыртып та, тейешенсә тәрбиәләй алһаң, уңышын ҡайҙа ҡуйырға белмәҫһең. Һеҙгә ҡыяр үҫтереүгә бәйле бер нисә кәңәш бирәбеҙ.
10 литр һыуға 30 тамсы йод, 20 грамм ҡырылған кер һабыны һәм 1 литр һөт һалып болғатырға һәм 3-4 ысын япрағы сыҡҡандан һуң ҡыярҙарға һәр 10 көн һайын һибеп торорға.
Ҡыярҙар көҙгә ҡәҙәр үҫһен тиһәгеҙ, был ашламаны ҡулланып ҡарағыҙ: кистән бер биҙрә һыуға бер бөтөн икмәкте һалып, ебетегеҙ. Иртән икмәкте һыуында килеш иҙеп, 1 шешә йод өҫтәгеҙ. 1 литр ашламаны 10 литр һыуға ҡушып, ҡыярҙарға һибегеҙ. Ҡалған ашламаны ҡараңғы, һалҡынса урында һаҡларға була. Уны ҡыярҙарға һәр ике аҙна һайын һибеп торһаң, япраҡтары көҙгә ҡәҙәр һарғаймай, гел сәскә ата, ҡара көҙгә ҡәҙәр уңыш йыясаҡһығыҙ.
Уңыш биреүҙе арттырыу өсөн бына был состав та бик файҙалы. 10 литр һыуға 2 литр эремсек һыуы, 150 г шәкәр ҡомо һалып һибергә кәрәк.
Ҡыярҙарҙы төрлө сирҙәрҙән һаҡлау өсөн һуған ҡабығы төнәтмәһе ҡулланырға мөмкин. 700 граммлы банкага һыйышлы ҡоро һуған ҡабығын 10 литр һыуҙа ҡайнатып сығарып, 12-14 сәғәт ҡаплап тороп төнәтергә. Һуған ҡабығын һығып алғандан һуң, әлеге төнәтмәнең 1 литрын 4 литр таҙа һыу менән шыйыҡлап, ҡыярҙарҙың өҫтөнән дә, тупрағына ла һибергә кәрәк.
Ҡыяр сәскә атҡанда органик ашламалар ярата, ул уны нығыта, үҫтерә, шулай уҡ калий ҙа кәрәк.
Был ваҡытта ҡыярҙы көл менән туҡландыралар. 1 силәк һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тотғрга һәм һәр төпкә 0,5әр литр һибеп сығарға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға ярай.
Шуға өҫтәп кесерттән төнәтмәһе әҙерләйбеҙ. Бының өсөн теләһә ниндәй һауытҡа кесерткән тултырырға, йылы һыу ағыҙырға һәм әсетергә ҡуйырға кәрәк. Ферментация тиҙерәк барһын өсөн, бер ус ер һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы әсетке әҙер була, уны 1 биҙрә һыуға 1 литр иҫәбенән ҡушып, ҡыярҙарға һибергә кәрәк.