Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
20 Июнь 2023, 03:20

Рәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсы

Сервер эшмәкәрлеген башҡарасаҡ был яһалма юлдашты 27 июндә Восточный космодромынан йыһанға оҙатасаҡтар.

Рәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсыРәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсы
Рәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсы

Осош алды тикшереүҙәре үткәргәндән һуң  аппаратты Амур өлкәһендәге старт урынына килтергәндәр ҙә инде. Уның ҙурлығы ни бары – 5х5х5 сантиметр, мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге – секундына 1,2 килобит.

RuVDS хостинг-провайдерын ойоштороусы, уның генераль директоры Никита Цаплин әйтеүенсә, был миссия сервер системаларының эшмәкәрлеген өйрәнеүгә генә түгел, ғомүмән, фән һәм технологияларҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: sun6-23.userapi.com

Рәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсы
Рәсәй шырпы ҡабынан әҙ генә ҙурыраҡ юлдаш осормаҡсы
Автор:
Читайте нас