Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
22 Июня 2023, 11:32

Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде

Айыт урта мәктәбе уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарын хөрмәтләп иҫкә алды. 

Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләндеХәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде
Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде

22 июнь илебеҙ тарихында иң ҡәһәрле көн булараҡ инеп ҡалған. 1418 көн дауамында барған һуғыш илебеҙ халҡына бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағы-хәсрәт алып килә. 

Был сарала ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов, уҡытыусылар, музей хеҙмәткәрҙәре, "Йәш гвардиясылар" ойошмаһы, ата-әсәләр һәм мәктәп уҡыусылары һ.б. ҡатнашты.

Бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм митингыла ҡатнашыусылар тын ҡалып, тыныс тормош һәм яҡты киләсәк өсөн яу яландарында һәләк булған батыр яугирҙарҙы иҫкә алдылар.

Артабан уҡыусылар ауылдағы Ф.Кәрим музейында булды, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙәр хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында хәтер шәмен ҡабыҙҙы. Митинг мәңгелек утҡа сәскә гөлләмәләре һалыу менән тамамланды.

Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде
Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас