

Еләкле эремсектән пудинг
Баҡса еләге – 300 г
Эремсек (майһыҙыраҡ яҡшы) – 400 г
Йомортҡа – 2 дана
Шәкәр – 4 ҡалаҡ
Крахмал – 1 ҡалаҡ
Эремсек, йомортҡа, шәкәр һәм крахмалды яҡшылап миксерҙа әйләндерергә. Бешерә торған форманы (табаны) алдан майлап ҡуйырға. Шунда эремсек массаһын һалып, өҫтөнә икегә бүленгән еләкте теҙергә.
180 градус эҫетелгән мейестә 35 – 40 минутта әҙер була.
Еләкле кекс
Ванилин – ике семтем
Ер еләге – 100 г
Аҡ май – 200 г
Он – 300 г
Ҡамыр ҡабартҡыс – 1,5 балғалаҡ
Һоро шәкәр (Демерра) – 150 г
Йомортҡа – 4 дана
Тоҙ – тәменсә
Шәкәрҙе ваҡлап, йомшартылған май һалып миксер менән туҡырға. Ҡуйы майлы крем килеп сығырға тейеш. Шул массаға ике ҡалаҡ он ҡушып, йомортҡаны берәрләп кенә һытып, туҡыуҙы дауам итергә.
Һуңынан ҡалған ондо, тоҙ, ванилин, ҡамыр ҡабартҡысты ла һалып, миксерҙы әкрен әйләндерергә. Ярайһы ғына ҡуйы ҡамыр буласаҡ. Иң аҙаҡтан еләкте һалып, болғарға.
Ҡамырҙы кекс һауытына 2/3 күләмендә ҡойоп, өҫтөн һыуға сылатылған ҡалаҡ менән тигеҙләргә.
200 градус эҫелектәге духовкала 25 – 35 минутта бешеп тә сығасаҡ.
“Йомро еләк” тәмлекәсе:
Печенье – 200 г
“Виктория” еләге – 150 г
Эремсек – 150 г
Аҡ май – 90 г
Шәкәр оно – 2 ҡалаҡ
Кокос онтағы – 20 г
Печеньеларҙы блендерҙа ваҡларға ла өҫтөнә иретелгән май ҡойорға. Ныҡлап болғағас, эремсек (ауыл эремсеге), шәкәр оно ҡушып, ҡул менән баҫырға. Шул массанан, уртаһына алдан таҙартып әҙерләнгән еләкте һалып, йомарлаҡтар эшләргә лә кокос онтағында әүәләргә. Уңайлы һауытҡа һалып, һыуытҡыста 20 – 30 минут тотҡандан һуң, был тәмле йомроҡастар ашарға әҙер.
Баҡса еләгенән пирог
Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан ондо 125 грамм ебетелгән аҡ май белән ыуырға кирәк. Шуға 100 грамм шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель, аҙ ғына сәй содаһы, 3 йомортҡа һарыһын ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслек яһағансы, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Эслек өсөн: 3 йомортҡа ағын ҡабартырға, аҙ-аҙлап ҡына 100 грамм шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы крахмал, 1,5 ҡалаҡ он, 0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель өҫтәргә кәрәк. Унан һуң еләкте ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ. Майланған табаға ҡамырҙы ҡул менән генә йәйеп, эслекте ағыҙғас, духовкала 180 градуста 40-45 минут бешерәбеҙ.