Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Июнь 2023, 13:45

Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?

Был осраҡта ҡарабойҙай, һоло, арпа... йәғни  ҡул аҫтындағы байтаҡ ризыҡтар ярҙамға килә ала. 

Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?
Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?

Ашау тәртибенең боҙолоуы, эш араһында тиҙ әҙерләнеүсе йәки майлы, әсе аҙыҡ, йыш ҡына ҡамыр ризыҡтары ҡулланыу, диетаға ултырыу, күп ҡәһүә, дарыуҙар эсеү үҙәк көйөүенең сәбәптәре булыуы мөмкин. Уны бер нисә ысул менән баҫырға була.

*Әҙерләүе мәшәҡәтлерәк, әммә был - ҡарабойҙай ҡулланылғаны - иң һөҙөмтәле ысул һанала. Ярманы ҡыҙған майһыҙ табала ҡара-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға ла онтаҡларға һәм иләк аша үткәрергә. Уны балғалаҡтың осонда ғына көнөнә өс тапҡыр ашарға.

*Һоло һәм арпа үҙәк көйөүҙе дауалаусы булараҡ халыҡ медицинаһында электән билдәле. Һоло йәки арпаны бер нисә минут сәйнәргә, ә төкөрөктө йоторға кәрәк. Үҙәк көйөүе бер нисә минуттан һыпырып алғандай юҡҡа сығыр.

*Кәбеҫтә. Көн һайын 5-10 минут оҙаҡ итеп сәйнәп кәбеҫтә япрағын ашау файҙалы. Был алым үҙәк көйөүен бөтөрөп кенә ҡалмай, йоҡоно ла яҡшырта, эс күбеүен дә бөтөрә.

*Сельдерей. Яңы өҙөлгән тамыры үҙәк көйөүенән яҡшы ярҙам итә. Уны бер-ике ҡалаҡ күләмендә көнөнә өс тапҡыр ашау һөҙөмтәле буласаҡ. Ә кипкән тамырынан төнәтмә яһап эсергә мөмкин: ике балғалаҡ онталған тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20-30 минут төнәтергә. Яртышар стаканлап көнөнә ике-өс тапҡыр эсергә.

*Ромашка. Был сәскәнән төнәтмә лә үҙәк көйгәндә файҙаланыла, ул ашҡаҙандағы әселекте кәметергә ярҙам итә. Төнәтмә былай әҙерләнә: ике-өс ҡалаҡ өймәләм сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойола һәм 10-20 минут төнәтәлә. Һөҙөп алғас, әҙләп кенә эсергә кәңәш ителә.

*Етен орлоғо. Унан төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ орлоҡ алына. Кистән уға ярты стакан ҡайнар һыу ҡойола, ә иртән әҙерәк һыу йәки һөт өҫтәп, ас ҡарынға эселә. Бындай төнәтмәне ике аҙна эсеү ыңғай һөҙөмтәгә килтерә.

Фото:gastrotract.ru

https://bashgazet.ru

Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?
Үҙәк көйөүен нисек баҫырға?
Автор:
Читайте нас