Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Июнь 2023, 12:22

Ҡорбан салыу тураһында

28 июндә мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһен –Ҡорбан ғәйетен билдәләйбеҙ. 

Ҡорбан салыу тураһындаҠорбан салыу тураһында
Ҡорбан салыу тураһында

Тарихы

Ҡөрьән буйынса, Ибраһимдың төшөнә Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип керә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына була. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойора.

Ҡорбан салыу  шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.

 
 
Ҡорбан салыу:
 
Малды ҡорбан итеп салыу динебеҙҙә ҡабул ителгән шарттарға тап килергә тейеш. Шул осраҡта ғына был ғәмәл дөрөҫ тип иҫәпләнә һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителә.
 
Ҡорбанлыҡҡа тик йорт малдарын ғына салалар.
 
Мәҫәлән, һыйыр, һарыҡ һәм кәзә.
 
Малдың йәше еткән булырға тейеш.
 
Мәҫәлән, һыйырға – ике, кәзәгә бер йәш тулырға тейеш. Һарыҡтарҙы алты айлыҡ саҡтарында ҡорбан итергә була.
 
Ҡорбанлыҡ малының етешһеҙлеге булырға тейеш түгел.
 
Күҙҙәрендәге асыҡтан-асыҡ күренеп торған етешһеҙлек. Мәҫәлән, улар үтә ныҡ ап-аҡ, йә аҡшайып күҙ ҡабаҡтарынан сығып тора.
 
Мал ауырыу булырға тейеш түгел.
 
 
Үтә арыҡ мал да ҡорбанлыҡҡа бармай.
 
Әгәр ҙә алдан ҡорбан итеп тәғәйенләнгән малдың үрҙә һаналған етешһеҙлектәре барлыҡҡа килһә, уны икенсеһе менән алыштыралар. Шуға күрә ҡорбанлыҡ малын уны имгәтерҙәй ауыр эштә ҡулланмаҫҡа кәрәк.
 
Мал ҡорбан салған кешенеке булырға тейеш.
 
Урланған, кемдәндер талап, йә алдап алынған малды ҡорбан итергә ярамай. Аллаһ тик хәләл малды ғына ҡабул итә.
 
Ҡорбан билдәле бер ваҡытта салынырға тейеш.
 
Зөлхизә айының унынсы көнөндә, Ҡорбан байрамы намаҙынан һуң. Йә иһә, шул уҡ айҙың ун беренсе, ун икенсе һәм ун өсөнсө көндәрендә. Был көндәрҙе тәшриҡ көндәре тип йөрөтәләр. Башҡа ваҡытта салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
 
Ғөмүмән, ҡорбанлыҡ малын Ҡорбан байрамы намаҙына тиклем һәм Зөлхизә айының ун өсөнсө көнөндә ҡояш байығандан һуң салырға ярамай. Әгәр ҙә ҡорбанлыҡ тип тәғәйенләнгән мал ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡасып китһә, уны һуңыраҡ салырға рөхсәт ителә. Сөнки бында хужаның ғәйебе юҡ.
 
Ҡорбан салыр алдынан нимәләрҙе белергә кәрәк?
 
Бер кеше үҙе һәм ғаиләһе исеменән бер һарыҡ йә кәзә сала ала. Ике кеше бергә йыйылып һарыҡ йә кәзәне ҡорбан итә алмай. Бер һыйырҙы ете кеше йыйылып үҙе һәм ғаиләһе исеменән ҡорбан итә ала. Ә инде һигеҙ кеше быны эшләй алмай. Сөнки һыйырҙың етенән бер өлөшө бер һарыҡҡа йәки кәзәгә бәрәбәр.
 
Салғандан һуң ҡорбанлыҡ малының итен өс өлөшкә бүләләр: бер өлөшөн хужа үҙе ашай, икенсеһен бүләк итә, өсөнсөһөн мохтаждарға саҙаҡа итеп бирә. Ҡорбан малының итен дә, тиреһен дә, йөнөн дә һатырға ярамай.
 
 
Ҡорбан малын салыуҙың шарттары:
 
  • Ҡорбан салған кеше бәлиғ һәм үҙ аҡылында булырға тейеш. Тимәк, балаларҙың, иҫеректәрҙең, йәки аҡылға еңелерәктәрҙең салыуы дөрөҫ булмай.
 
  • Малды салған кеше мосолман булырға тейеш. 
  • Салған кешенең тап салыу тигән ниәте булырға тейеш.
Мәҫәлән, осраҡлы рәүештә генә малға бысаҡ ҡаҙап үлтереү салыу тип иҫәпләнмәй.
 
  • Малды Аллаһ исеме менән салырға кәрәк.
Йәғни, салыр алдынан “БисмиЛләһ” тип әйтеү зарур.
  • Малды осло һәм үткер нәмә менән салырға кәрәк.
 
  • Сала торған мал хәләл булырға тейеш.
 
 
 
Ҡорбан салыуҙың шулай уҡ икенсел тәртиптәре лә бар. Йәғни, улар ғибәҙәттең дөрөҫ булыуы өсөн шарт булып тормай. Әммә уларҙы үтәү маҡтауға лайыҡ. Малды салыр алдынан уның алдында бысаҡты үткерләмәҫкә, уға бысаҡты күрһәтмәҫкә тырышырға кәрәк. Шулай уҡ малды икенсе малдың күҙ алдында салырға кәңәш ителмәй.
 
 
Ҡорбан итен нисек бүлергә?
 
-Ҡорбан итен кеше ғаиләһенә бөтөнләй ҡалдырһа ла рөхсәт. Бөтә итен кешегә, мохтаждарға таратып бирһә лә, кеше (ҡунаҡ) саҡырып ашатһа ла була. Ғалимдар иһә ҡорбан итен 3 өлөшкә (бер өлөшөн – ғаиләһенә, 1 өлөшөн – кешегә таратырға, 1 өлөшөнә ҡунаҡ саҡырырға) бүлергә тәҡдим итә. Итте күберәк кешегә таратһаң, сауабы ҙурыраҡ.
 
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ҡорбан салыу – ул ғибәҙәт. Ул бөтә шартына килтереп үтәлгәндә генә дөрөҫ буласаҡ һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме, бер нәмәне иҫтә тотоу зарур – ғибәҙәт тик бер Аллаһ өсөн генә башҡарыла. Һәр ғәмәлдәрегеҙҙә лә тик Раббыбыҙҙың ғына ризалығын эҙләгеҙ.
 

 

Ҡорбан салыу тураһында
Ҡорбан салыу тураһында
Автор:
Читайте нас