Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
26 Июнь 2023, 06:20

Балаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә инде

"Ҡабул ителгән закон нигеҙендә республиканың дәүләт хакимиәте органдары баланы атап үтелгән мәғлүмәттән һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш", - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Балаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә индеБалаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә инде
Балаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә инде

Башҡортостанда балаларҙы пропаганданан һәм традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе, педофилияны һәм енесте үҙгәртеүҙе күрһәтеүҙән яҡлау тураһында закон ҡабул ителде. Был хаҡта республика Дәүләт йыйылышы-Ҡорллтайҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр ителде.

- Балаларҙың психикаһы тотороҡһоҙ, улар үҙҙәрен эзләй, уларҙың әхлаҡи һәм ҡиммәттәргә ҡараштары әле формалаша ғына. Традицион булмаған енси мөнәсәбәттәр үҫмер тарафынан шәхестең бер өлөшө булараҡ ҡабул ителергә мөмкин, был уның һаулығына, әхлаҡи һәм рухи үҫешенә зыян килтерергә мөмкин. Ҡабул ителгән закон нигеҙендә республиканың дәүләт хакимиәте органдары баланы атап үтелгән мәғлүмәттән һаҡлау буйынса саралар күрергә тейеш, - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел Башҡортостан парламенты депутаттары чайлдфри пропагандаһын тыйыу тураһындағы законды Православие сиркәүе епискобы патриарх Кирилл фекеренә ярашлы рәүештә эшләп бөтөрҙөләр. Закон проекты балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ теләге менән бала тыуҙырыуҙан баш тартыу идеологияһын таратыуҙы тыйыуҙы тәҡдим итә.

Фото: Башинформ агентлығы

 https://kiziltan.ru

Балаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә инде
Балаларға ҡағылышлы яңы закон ғәмәлгә инде
Автор:
Читайте нас