Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Июнь 2023, 06:30

Шифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Красноусол» шифаханаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.    

Шифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйШифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Шифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

 Киләһе йылда был шифахана үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын   билдәләй.

 «Красноусол» шифаханаһының 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитеты составын раҫларға ҡарар итәм», - тиелә указда. Бынан тыш, республика хөкүмәтенә «Красноусол» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә шифахананың 100 йыллығына арналған саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушылды. Шифахананың 100 йыллығына арналған сараларҙы финанслау «башҡарыусылар сметаһы һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә башҡарыла», тип асыҡлыҡ индерелә документта.

ye102.ru

Шифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Шифахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Автор:
Читайте нас