Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
30 Июнь 2023, 12:22

Барлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлек

Ҡасҡын ауылында тыуған Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраhимова республикала hәм унан ситтә билдәле булған «Әсә йөрәге» төбәк ижтимағи ойошмаһының етәксеһе булып тора. 

Барлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлекБарлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлек
Барлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлек

Ҡасҡын ауылында тыуған Гөлшат Әхәт ҡыҙы Ибраhимова республикала hәм унан ситтә билдәле булған «Әсә йөрәге» төбәк ижтимағи ойошмаһына нигеҙ һалыусы hәм етәксеһе булып тора, уның

эшсәнлеге инвалид балаларға hәм уларҙың  ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Ижтимағи ойошма барлыҡҡа килгәнсе, ул башҡа структураларҙа эшләп, күп кенә балаларға hәм өлкән быуынға ярҙам иткән.

«Әсә йөрәге» Әсәләр советы ижтимағи ойошмаһы инде 12 йыл үҙ эшсәнлеген алып бара, 3200-нән ашыу ғаиләне берләштерә. Бында ата-әсәләрҙе hөнәри яҡтан яңынан әҙерләү, һаулыҡтары сикле балаларҙы реабилитациялау һәм реабитациялаyмәсьәләләре менән шөғөлләнәләр, психотерапевтик ярҙам күрһәтәләр, конкурстар, байрамдар ойошторалар.

Гөлшат Әхәт ҡыҙы төҙөгән hәм етәкләгән барлыҡ проекттар йылдан-йыл инвалид балалар өсөн генә түгел, ә уларҙың әсәләре, аталары, өләсәйҙәре һәм олатайҙары өсөн дә таяныс була. Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижадының «Таланттар йондоҙлоғо» республика конкурсы; уларҙы тәрбиәләүсе әсәйҙәр араһында «Гүзәлкәй» республика матурлыҡ hәм талант конкурсы; атайҙар араһында «Атай барыһын да эшләй ала» республика кулинар таланттар конкурсы; уларҙы тәрбиәләүсе өс быуын араһында «Быуын — поколение» республика ижад конкурсы; Яңы йыл ғаилә балы — былар Гөлшат Ибраhимова проекттарының бик аҙ өлөшө  генә.

Гөлшат Әхәт ҡыҙы инвалид балалар тулы тормош менән йәшәй алһын өсөн йәмғиәтте, ғаиләләрҙе берләштереү идеяһы менән йәшәй. Гөлшат Ибраhимова тырышлығы менән беҙҙең республикала инклюзив ысынбарлыҡҡа әүерелә. Һәр бала йондоҙ була ала — был «Таланттар йолдоҙлығы» конкурсының девизы. Балаларға шатлыҡ килтереү — Гөлшат Әхәт ҡыҙының тормош нормаһы. Һәр йыл һайын ул, Ҡарһылыу булып кейенеп, ауырыған балаларҙы Яңы йыл менән ҡотларға бара, хәйриә спектаклдәенә  ййөрөүҙе ойоштора, 1 сентябрҙә махсус беренсе класс уҡыусыларына белем байрамы бүләк итә.

Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе hөнәри яҡтан яңынан әҙерлү, «Һаулыҡ  торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы психологик-педагогик оҙата барыу» программаһы буйынса курстар ойоштора. Был да Гөлшат Ибраhимованың идеяһы, hәм ул уңышлы тормошҡа ашырыла. 325 ата-әсә был бик мөhим hәм кәрәкле программа буйынса белем алған. Гөлшат Әхәт ҡыҙы республикала инвалид балаларҙы тәрбиәләүсе һәм күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участоктары биреү тураһындағы законды ғәмәлгә ашырыуҙа турынан-тура ҡатнашты. Реабилитация хеҙмәттәренә сертификаттар нигеҙендe инвалид балаларға хеҙмәт күрһәтеү программаһын ғәмәлгә ашырыуға ҙур өлөш керетә. Ул Республикала һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялаy өлкәһендә, шул иҫәптән экзоскелет ҡулланып, яңы технологиялар индереү мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләнә.

Гөлшат Ибраhимованың һиҙгер етәкселегендә 2016 — 2019 йылдарҙа  БР Хеҙмәт hәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы гранты ярҙамында «Өйҙә үҫештәре буйынса артта ҡалған балаларға мобиль комплекслы ярҙам» программаһы ғәмәлгә ашырыла.

Гөлшат Ибраhимова республиканың дөйөм мәғлүмәт саралары менән оҫта мөнәсәбәттәр урынлаштыра. Күп йылдар Гөлшат Әхәт ҡыҙы «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында уникаль телевизион проекттар: «Торнаҡай», «Преград. нет», «Бишек. Халҡымдың бишек йырҙары» hәм башҡалары Башҡортостандан ситтә лә билдәле. Был проекттар тиҫтәләгән фестивалдәр hәм конкурстар лауреаттары булды.

Гөлшат Ибраhимова — күп балалы әсәй. Ул үҙе лә һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙы Айгөлдө тәрбиәләй. Айгөл инде «Уңайлы мөхит» программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса популяр эксперт булып тора, инвалид коляскаһында ултырһа ла, ул үҙенең үрнәге менән күп изгелекле эштәр башҡарырға мөмкин икәнен күрһәтә.

Аҙым һайын Гөлшат Әхәт ҡыҙы үҙенең ҡатмарлы юлын тасуирлай. Әсә йөрәгенә ҡаҙалған иң ҡурҡыныс яраларҙы ҡабат-ҡабат кисерә. Һәм ул быны үҙе кеүек үк хәлдә ҡалған әсәйҙәргә ярҙам итeр өсөн эшләй.

Рәсиф НИҒМӘТЙӘНОВ,

Йылбулаҡтамак авылы.

Барлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлек
Барлыҡ балаларға ла — изгелек һәм хәстәрлек
Автор:
Читайте нас