Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Июнь 2023, 06:13

Таҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтар

Мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеү тураһында закон ғәмәлгә индерелә. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ? 

Таҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтарТаҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтар
Таҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтар
Дәүләт думаһы депутаттары бер тауыштан Рәсәй уҡыусыларына хеҙмәт тәрбиәһе тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

«Мәғариф тураһында»ғы законға төҙәтмәләр йәмғиәткә файҙалы хеҙмәт урта белем биреү программаһының мәжбүри өлөшө буласаҡ тип фаразлай. Мәктәп уҡыусыларын «Мәктәп яны территорияларына ағстар ултыртыуға, класты, акттар һәм спорт залын биҙәүгә, йыйыштырыуға, китапханаларға һәм музейҙарға ярҙам итеүгә» йәлеп итәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йорттары хакимиәтенә ата-әсәләрҙең ризалығы кәрәк булмаясаҡ. Депутаттар үҙгәрештәрҙең Рәсәй иҡтисадының тотороҡло үҫешенә йүнәлтелгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

2022 йылдың майында Удмуртия Дәүләт советы депутаттары мәжбүри хеҙмәт тәрбиәһе кертеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Дәүләт думаҙһына һәм Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеп, улар совет мәктәбенең хеҙмәт һөйөүсе йәмғиәтте тәрбиәләү буйынса уңай тәжрибәһенә иғтибар итә һәм мәктәп остаханаларын, технопарктарҙы, уҡыусыларҙың производство бригадаларын, хеҙмәт отрядтарын, йәйге хеҙмәт һәм ял лагерҙарын ҡайтарырға тәҡдим итә.

Тап бына бер йылдан һуң Федераль Йыйылышҡа депутаттар төркөмө тарафынан төбәк закон сығарыусыларының идеяларын иҗади үҫтереүсе закон проекты индерелә.

"Хеҙмәтте белә һәм ярата торған бала ғына олы тормошта һөнәр алыуҙа, ғаиләлә, социумда була аласаҡ", — ти аңлатма яҙыуында  автортар.

Барлыҡ хеҙмәт эшсәнлеге мәктәптең үҙендә йәки уға яҡын территорияла үткәрелергә тейеш.

"Моғайын, һәр берегеҙгә лә мәктәптә таҡта һөртөргә, класта дежур торорға, мәктәп түтәлдәрендә сәскәләр үҫтерергә һәм ашханала ярҙам итергә тура килгәндер, — тип мөрәжәғәт иткән коллегаларына закон проектын пленар ултырышта ҡарау барышында Думаның Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Киселев. - Беҙҙең бай һәм күңелле мәктәп тормошо ошоларҙан да торҙо. Улай булғас, ниңә беҙ балаларыбыҙҙы улардан мәхрүм итәбеҙ?".
 
Фото: "после-уроков.рф"
https://kiziltan.ru
Таҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтар
Таҡта ла һөртәсәктәр, иҙән дә йыуасаҡтар
Автор:
Читайте нас