Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
7 Июль 2023, 02:45

Йылдар аша һыналған мөхәббәт

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Гүзәл һәм Рәүеф Ҡәйүмовтар ҡырыҡ йыл татыу ғүмер кисерә.

Йылдар аша һыналған мөхәббәтЙылдар аша һыналған мөхәббәт
Йылдар аша һыналған мөхәббәт

Статистика буйынса, студент йылдарында барлыҡҡа килгән һәм бихисап зачеттар hәм имтихандар, рефераттар, курс hәм диплом эштәре менән даими сессиялар, шулай уҡ тулай тораҡтағы тормош аша һынауҙар үткән ғаиләләр иң ныҡлыһы, тип һанала. Бындай миҫалдар бик күп. Улар араһында район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең өлкән быуынына яҡшы таныш булған Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан ирле-ҡатынлы Ҡәйүмовтар ҙа бар.

— Беҙ Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика hәм математика факультетында бергә уҡыныҡ, — тип иҫкә ала 40 йылдан ашыу педагогик  стажға эйә булған хеҙмәт ветераны, төрлө йылдарҙа төрлө административ вазифаларҙа биләгән, информатика, физика hәм математика уҡытыусыһы hәм класс етәксеһе булып эшләгән Рәүеф Биктимер улы. — Беҙҙең ғаиләләге дүрт бала араһынан бер мин генә юғары уҡыу йортона индем. Был яҙмышымдың башы ине. Сөнки тап бына пединститутта мин Шишмә районынан матур, алсаҡ һәм аҡыллы Гүзәл исемле ҡыҙҙы осраттым. Мин уға шунда уҡ гашиҡ булғанымды аңламным һәм бар йөрәген менән уға тартылдым. Һәм шулай килеп сыҡты ла! Беҙ 1983 йылда өсөнсө курста өйләнештек.

Тыйнаҡ ҡына студент туйы үткәрҙек. Юғары уҡыу йорто ректораты беҙгe бүлмә бирҙе. Беҙҙең дөйөм ятаҡта айырым санузел, һалҡын hәм ҡайнар һыулы ванна бүлмәһе бар ине. Ул ваҡытта был, ысындан да, ожмах кеүек ине. Миңә ул ваҡытта 23, ә Гүзәлгә 20 йәш ине.

Миңә 1989 йылдан бирле таныш Рәүеф Ҡәйүмов дөйөм ятаҡта ғаилә тормошоноң башланыуын юмор менән тасуирлай.

Тиҙҙән йәш парҙың беренсе балалары — улдары Руслан тыуа. Кәләше хатта декрет каникулы ла алып тормый. Ул яратҡан иренән артта ҡалырға теләмәйенсә, уҡыуын дауам итә. Дөйөм ятаҡта балалары булған бер нисә ғаилә йәшәгән. Һәм улар үҙ бүлмәләрендә  бәләкәй балалар баҡсаһы яһап, бер-береһенә ярҙам иткән. Шулай итеп, өсөһө лә уҡып сыҡҡан: Рәүф, Гүзәл hәм Руслан.

— Беҙ, дипломлы йәш белгестәр булараҡ, 1985 йылда Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылына ҡайтып, урындағы урта мәктәпкә эшкә урынлаштыҡ, — тип дауам итә Рәүеф Ҡәйүмов. — Бер йылдан тыуған еребеҙҙә hәм атай йортоноң иҫке нигеҙендә беҙ бар туғандарыбыҙ менән яңы иркен йорт төҙөп, ата-әсәйебеҙ менән йәшәй башланыҡ. Унан тағы бер-бер артлы өс балабыҙ тыуҙы. Беҙ уларҙың дүртеһенә лә юғары белем бирҙек. Руслан шәхси предприятие «Плэйсэт» йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. Уның дүрт улы үҫеп килә. Өс бала әсәһе булған ҡыҙыбыҙ Рита Ямал-Ненец округында уҡыу  комбинатында инженер булып эшләне, әле декрет ялында hәм ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Улыбыҙ Рушан Урал территорияһын  техник тәьмин итеү департаментының баш инженеры, ике ҡыҙ  тәрбиәләй. Иң кесеһе Рәил Рәсәйгә парфюмер продукция алып  ҡайтыу менән шөғөлләнеүсе төрөк фирмаһы «Энфес» йәмғиәтенең генераль директоры. Уның бәләкәй ҡыҙы үҫеп килә. Ҡатыным менән беҙҙең ун ейәнебеҙ бар, hәм был әле сик түгел!

Халыҡта ғаиләнең именлеге hәм иренең уңыштары тулыһынса тормош иптәшенә бәйле, тиҙәр. Тап бына ул балаларына hәр нәмәлә өлгө күрһәтеп, ирен дөрөҫ юлға йүнәлтә hәм уны алға этәрә. Бына шундай булған hәм хәҙер ҙә үҙгәрешһеҙ ҡала Гүзәл Рәйес ҡыҙы. Ә бит уның хеҙмәт кенәгәһендә урта мәктәпкә эшкә урынлашҡас, барлыҡҡа килгән бер генe яҙма бар. Ул 35 йыллыҡ педагогик стажға эйә. Yҙ эшенең юғары профессионалы, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн күп кенә Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, РФ Мәғариф министрлығының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһында еңеүсе» Мактау грамотаһы бар.  2006 йылда РФ Президенты грантын алған районыбыҙҙың яң яҡшы уҡытыусылары араһында була.

Ҡәйүмовтар ғаиләһе ауылдаштары араһында актив тормош позицияһы, иҫ киткес балалар тәрбиәләгән, оҙон ғаилә hәм никах тормошонда яҡшы өлгө күрһәткән өсөн хөрмәт ҡаҙана. Хәҙерге ваҡытта Рәүеф Биктимер улы балалар hәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют мөдире булып эшләй. Ул умартасылар нәҫеленән, йәйге осорҙа бал ҡорттарын ҡарау менән шөғөлләнә. Ә Гүзәл Рәйес ҡыҙының яратҡан мауығыуы — һөйөклө әсәһенән күскән, кулинарияның изге серҙәре һәм һәм алмаз мозаикаһы менән шөғөлләнеү.

Ҡәйүмовтар йортоноң ишектәре яҡшы кешеләр өсөн hәр ваҡыт асыҡ, туғандар бында йыш ҡунаҡ. Был ғаилә пары менән аралашҡандан һуң, уларҙың ыңғай энергияһын алып, өйҙәренән яҡты уйҙар менән сығып китәһең.

Владимир СМОЛОВ.

Фото Ҡәйүмотварҙың шәхси архивынан.

Йылдар аша һыналған мөхәббәт
Йылдар аша һыналған мөхәббәт
Автор:
Читайте нас