Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
10 Июль 2023, 08:51

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкән

Был мөһим көндә республика премьер-министры Андрей Назаров өлгөлө ғаиләләргә«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкәнҒаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкән
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкән

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был байрам Бөрөлә республика ғаилә фестивале менән билдәләнде. Унда Андрей Назаров хәләл ефете Лариса Назарова менән 25 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән һәм балаларын йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары итеп үҫтергән биш парға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы.

«Республикабыҙҙа ныҡлы, матур ғаиләләр күп. Йыл һайын беҙ ошондай 70 миҙал тапшырабыҙ. 2013 йылдан Башҡортостанда 800-гә яҡын пар йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнде. Йәш ғаиләләргә уларҙан өлгө алырға мөмкин», - тип яҙҙы Башҡортостан премьер-министры социаль селтәрҙә.

https://www.bashinform.ru

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкән
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республикала 235 пар өйләнешкән
Автор:
Читайте нас