Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Июль 2023, 12:16

Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?

Һыуһынды ҡандырыу өсөн берәүҙәр кеүәҫ, икенселәр минералка йәки һутҡа өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа ҡайһыһы файҙалыраҡ икән?.

Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?
Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?

Йәйге эҫелә һыуға туйып булмай. Һыуһынды ҡандырыу өсөн кемдер һалҡын һыу эсергә ярата, кемгәлер квас, кемгәлер минералка, кемгәлер һут кәрәк.  Әлбиттә, йәйге эҫелә һыуытҡыстан ғына алынған газлы һыуҙан да күптәр баш тартмаҫ ине. Әммә уның организмға зыяны хаҡында ғына белеп бөтмәйҙәр.

 Ғалимдар газлы һыу, айырыуса төҫлө газлы һыу  – иң зыянлы һәм емергес көскә эйә булыуын раҫлаған.  Газлы эсемлектәр организмға ҙур зыян килтерә.  Сәбәбе уларҙың составына һәм  төҫ биреүсе матдәләргә  бәйле.  

Газлы һыу нимәһе менән хәүефле?

 Беренсенән, һимертә. Америка ғалимдары газлы һыуҙың  кәүҙә ауырлығын арттырыуға булышлыҡ итеүен асыҡлаған. Телевизорҙан   газлы һыуҙы эскән ҡыҙҙар   нескә билле, һомғол кәүҙәле    итеп күрһәтелә, әммә ысынбарлыҡтың улар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Газлы һыу ябыҡ, матур кәүҙәле кешене тиҙ арала һимеҙ һәм йәмһеҙ итә. Был һыуҙағы шәкәр кимәленә генә бәйле түгел, ә газлы һыуҙың матдәләр алмашыныуына кире  йоғонто яһауынан килә. 0,5 литрлыҡ бәләкәй генә шешәне күҙ алдына килтерегеҙ – унда 20  аш ҡалағы тиерлек шәкәр бар. Ул хатта кешенең бер көнлөк нормаһынан артып китә. Шул тиклем шәкәрҙән һимереү генә түгел, һаулыҡҡа бик ҙур зыян килеүе мөмкин.  

Икенсенән, газлы һыу диабетҡа килтереүе ихтимал. Эш шунда, инсулин бүлеп сығарыусы ашҡаҙан аҫты биҙе туҡтауһыҙ шәкәр килеп тороуҙан боҙоҡ мотор кеүек насар эшләй башлай. Был организм өсөн ҙур стресс һәм  матдәләр алмашыныу ныҡ ҡына боҙола.  Һөҙөмтәлә ҡурҡыныс ауырыу – шәкәр диабеты башлана.

Газлы һыу  составында химик матдәләр күп. Унда  тәбиғи бер нәмә лә юҡ, тулыһынса яһалма эсемлек.  

      Өсөнсөнән, газировка баш ауыртыуына килтерә. Газлы эсемлектәрҙә кислота күп, билдәле булыуынса ул сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Кислота ҡан тамырҙарын эшлектән сығара, ҡан баҫымын күтәрә – шунан даими баш ауыртыуҙар башлана.  Кемдәр даими рәүештә газлы һыу эсә, уларҙа инсульт менән ауырыу  хәүефе көсәйә,  сөнки ҡан тамырҙары  көсһөҙләнә һәм ауырыуға әйләнә. Тағы ла кислота  ҡалҡан биҙе һәм бауыр ауырыуына ла килтереүе ихтимал. Үпкә яман шешенең тағы бер сәбәбе лә – газлы һыу.
           Бынан тыш, бындай эсемлектә тештәргә, һөйәктәргә насар йоғонто яһаусы һәм мейе яман шеше ауырыуына килтереүсе буяу күп. Ғалимдар газировканың эпилепсия һәм астма өйәнәгенә килтереүен дә раҫлаған.  Аллергия  менән интегеүсе кешеләргә газлы эсемлек ҡулланыу бөтөнләй тыйыла. 

Газлы һыуҙа кофеин бар.  Эйе, был матдә кешенең физик әүҙемлеген көсәйтә, ҡан баҫымы күтәрелә. Газировка күп эскән кешеләрҙә допамин кимәле юғары була. Был иһә хроник гипертонияға, ҡанда холестириндың күтәрелеүенә һәм ҡан тамырҙары менән проблемаларға килтерә. Ниһайәт, газлы һыу менән артыҡ мауыҡҡан кешеләр йоҡоһоҙлоҡтан интегә.

https://ye102.ru

Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?
Эҫелә нисек һыуһынды ҡандырырға?
Автор:
Читайте нас