Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Июль 2023, 12:37

Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башланды

Акция барышында ишле, аҙ тәьмин ителгән, мохтаж ғаиләләрҙең балаларын уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған биштәрҙәр менән тәьмин итәләр.

Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башландыБашҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башланды
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башланды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙәге уҡыусыларға айырым иғтибар бүленә. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Былтыр илдә 1 сентябргә 200 меңгә яҡын уҡыусыға ярҙам күрһәтелде. Акцияла һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү төбәктәрҙә 4 меңдән ашыу махсус пункт ойошторола. Пункттың адресын партияның төбәк бүлексәһендә йәки партияның ҡабул итеү бүлмәһендә белешергә мөмкин. Өфөлә ярҙамды Зәки Вәлиди урамындағы 1-се һәм Достоевский урамындағы 73-сө йортҡа илтеп бирергә була.

Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары ата-әсәләр менән бергә мәктәп яны биләмәләренең һәм спорт майҙансыҡтарының уҡыу йылы башланыуға әҙерлеген тикшерә. 

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башланды
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы башланды
Автор:
Читайте нас