

Һәләкәткә тарыған пар — Белгородтан ирле-ҡатынлы ғаилә Ҡырымға ял итергә китеп барған булған.
Бөгөн иртән Ҡырым күперендәге ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыуы арҡаһында һәләк булған кешеләрҙең кемдәр икәнлеге асыҡланған. Белгород өлкәһе Новый Оскол районының ҙур булмаған бер ауылынан ирле-ҡатынлы ғаилә булған улар.
“Московский Комсомолец” яҙыуынса, Ҡырым күперенә Тамань тирәһендә ракета ебәрелгән. Башланғыс мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ракета Новый Оскол районы хәкимиәте хеҙмәткәренең (36 йәшлек ҡатын-ҡыҙ) “Хендай” машинаһына килеп эләккән. Наталья Кулик һәм уның ире (йөктәр ташыу өлкәһендәге шәхси эшҡыуар) һәләк булған, 14 йәшлек ҡыҙҙары мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Ҡыҙ, баш мейеһе, башҡа органдары йәрәхәтләнеп, Темрюк районы үҙәк дауаханаһына оҙатылған.
Матбуғат баҫмалары хәбәр итеүенсә, ғаилә пары сираттағы ялдарын инде күптән планлаштырып, тап бына Ҡырымда ял итергә юлланған булған. Улар тораҡ арендалап ҡуйған, хужаһынан, ярым утрауҙа именлек мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған.
Ҡырымға, Натальянан тыш, апаһы менән ире һәм ҡыҙҙары ла юл тотҡан булған. Улар икенсе машинала барған. Фажиғә туғандарҙың күҙ алдында булған.Һәләк булған ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сабырлыҡ бирһен. Башҡаса бындай һәләкәттәр, фажиғәләр ҡабатланмаһын, ялдарыбыҙ, юлдарыбыҙ имен булһын!