

Өфөлә 1 июлгә ҡаршы төндә 17-се балалар клиник дауаханаһына ашығыс рәүештә 17 йәшлек үсмерҙе килтерәләр. Табиптар йөрәк яраһы диагнозы ҡуя һәм уның хәлен бик ауыр тип баһалай.
Бирелгән мәғлүматтәр буйынса, йәш кеше кис менән 1980 йылғы ҡатын-ҡыҙ менән осраша. Бер ваҡыт улар араһында тауыш сыға - ҡатынға егеттең әҙәпһеҙ һүҙҙәре оҡшамый. Ул бысаҡ алып, уның йөрәгенә ҡаҙай, ә унан һуң ҡасып китә.
Егеткә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелә, ә ҡатын менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, тәртип һаҡсылары уны икенсе көндә табалар.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин табиптарҙың эшенә юғары баһа бирә.
"Баланың ғүмере ысын мәғәнәһендә ҡыл өҫтөндә ине. Ашығыс ярҙам табиптары дауаханаға ауыр хәлдәге пациент тураһында хәбәр итә. Шуға күрә операция бүлмәһендә уны травматология бүлеге мөдире Ирек Шәрипов етәкселегендәге мультидисциплинар хирургия бригадаһы көтөп тора. Табптар эшләп торған йөрәктең яраһын тегә, ҡан юғалтыу ҡурҡынысын бөтөрә. Гемодинамика тергеҙелә", - тип яҙған министр үҙенең телеграм-каналында.
Табиптарға - дан һәм хөрмәт, ә "мөхәббәт ҡошсоғо"на - һабаҡ