Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
19 Июль 2023, 05:35

«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы

Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы

«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы
«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы

Башҡорт теленең һанлы лексик кодификацияһы тамамланды тип иҫәпләргә мөмкин. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына башҡорт теле әүҙемсеһе, Glosbе платформаһы нигеҙендә русса-башҡортса онлайн-һүҙлек төҙөүсе Искәндәр Шакиров хәбәр итте.

2019 йылдың мартында «Башинформ» Glosbe-һүҙлектең башҡорт бүлегенең тулыландырылыуы, уҡыусылар өсөн күләмле (211 меңдән ашыу һүҙ) электрон һүҙлектәрҙең береһенә әүерелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Хәҙер русса-башҡортса электрон һүҙлектә 390 мең һүҙ һәм фраза, 750 мең параллель һөйләм өлгөләре бар. Әйткәндәй, һүҙлек авторы параллель текстар өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының рус һәм башҡорт телдәрендәге хәбәрҙәрен әүҙем ҡулланған.

Һүҙлек менән glosbe.com сайтында, шулай уҡ Android һәм iOS операцион системаларында эшләгән мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында файҙаланырға була.

Активист әйтеүенсә, ул онлайнға башҡорт теленең төп һүҙҙәрен һәм тәржемәһен индергән, һәм быны һүҙлектең сайты аша тикшерергә саҡыра.

«Хәҙер инде һүҙлектең тулы булыуын ышаныс менән әйтергә мөмкин, — ти автор. — Башҡортсанан йәки башҡортсаға бер ниндәй ҙә ауырлыҡһыҙ тәржемә итергә була. Шулай итеп, башҡорт теле тормошонда яңы яҡты бит асыла тип ышанам».

Искәндәр Шакиров әйтеүенсә, был проект өҫтөндә ул алты йыл эшләгән, һүҙлекте 2017 йылдың көҙөндә төҙөй башлаған. Ул төрлө йылдарҙа нәшер ителгән 200-гә яҡын башҡорт теленең һүҙлеген табып, һанлаштырған.

https://www.bashinform.ru

«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы
«Һәр эштә һүҙлек мөһим». Башҡорт теле активисы күләмле лексик проект өҫтөндә эште тамамланы
Автор:
Читайте нас