

Дoнъя менән мөхәббәт идара итә, тигән боронғо һәм ер йөҙөндәге иң изгелекле хаҡиҡәткә, 2023 йылдың 20 июлендә Дим ауылында балалары hәм ейәндәре араһында «алтын» туйҙарын билдәләп үткән асыҡ күңелле hәм тырыш Әхмәтовтарҙа ҡунаҡта булғас, тағын да нығыраҡ ышана башлайһың.
— Миңә 72 йәш тулһа ла, мин күңелем менән һаман йәш hәм энергиям ташып тора, сөнки ҡартайырға, ауырырға hәм эшһеҙ моңайып ултырырға ваҡытым юҡ. Айырыуса янымда hәр ваҡыт шуҡ hәм сибәр тормош иптәшем Флүрә бар, — шулай тип үҙенең бәхетле ғаилә серен аса Самат Ибраhим улы. — Мин Ҡаныҡай ауылында тыуғанмын, әммә миңә ун йәш булғанда — ата-әсәйем Дим ауылына күсенеп, ғүмеремдең иң яҡшы йылдарын ошонда йәшәгәс, был ер минең тыуған ауылыма әйләнде. Бында беренсе мөхәббәтемде осраттым. Флүрә минән дүрт йәшкә бәләкәйерәк. Ышанаһыҙмы, юҡмы: туй көнөбөҙҙө бөгөнләй хәтерләйем. Мин совхоз машина-трактор оҫтаханаһында токарь булып эшләй инем. Туй көнөнә етәкселек, совет осоронда ҡабул ителгәнсә, беҙгә ике ҡатлы йорттан өс бүлмәле фатир бүләк итте. Унда беҙ 14 йыл татыу йәшәнек. Дим ауылында ике ҡыҙыбыҙ hәм бер улыбыҙ тыуып үҫте.
Бик аралашыусан, ауыл тарихын, халҡын hәм уның бөгөнгө көнгә ҡәҙәр барлыҡ етәкселәрен яҡшы белгән Самат Әхмәтов тормоштағы мөhим ваҡиғаларҙы һанап сыға. Уға Дим ауылынан өс йылға армия хеҙмәте ваҡытында ғына китeргә тура килә. Ул Тольятти ҡалаһында төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә hәм унда хеҙмәттәштәре менән бар илгә танылған Волга автомобиль заводын төҙөй. Армиянан һуң ул яңынан тыуған ауылына ҡайта hәм ҡабат токарь булып эшләй башлай.
— Мин үҙем ошонда тыуып үҫтем, Дим ауылы ҡыҙы, — тип беҙҙең әңгәмәгә ҡушыла йорт хужабикәһе Флүрә Минтаhир ҡыҙы. — 15 йәшемдән совхозда штукатур-маляр, артабан 12 йыл ауылдағы икмәк бешереү цехында эшләнем. Ул Дим үҙәк ашханаһында ине. Һәм шулай уҡ 12 йыл, хаҡлы ялға сыҡҡансы, урындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләнем. Ир-аттарға тормошта еңелерәк. Ә бит беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, йәмәғәт эштәренән тыш балалар ҙа табып үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ Гүзәл менән Ғәлиә ғаиләләре менән Раевка ауылында йәшәй. Береһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе, икенсеһе — элеватор операторы. Улыбыҙ Азат өлкән прапорщик званиеһында Украинала хеҙмәт итә. Ул инде егерме йыл хәрби хеҙмәттә, автоколонна менән командалыҡ итә hәм Рәсәй армияһының хәрби частарын hәм берләшмәләрен боеприпастар hәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ирем менән беҙҙең ғорурлығыбыҙ — һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ бар!
Йорттағы таҙалыҡ hәм тәртип, шулай уҡ тәҙрә пәрҙәләренең һәм өй кәрәк-ярағының үҙ-ара ярашыуы хужабикәнең яҡшы зауығын күрһәтe. Элеккеге сибәрлеген һаҡлап ҡалған Флүрә Минтаhир ҡыҙы, аралашыуы менән бик күңелле тәьҫир ҡалдырып, беҙҙең ир-аттар һөйләшеүен тыйнаҡ ҡына контролдә тоторға hәм, әңгәмәгә кәрәкле һүҙҙәр өҫтәргe өлгөрҙө. Был ике йәш булмаған кеше бер-береһен ярты һүҙҙән яҡшы аңлай, әйтерһең дә үҙ фекерҙәрен генә, хатта ҡунаҡтыҡын да уҡыйҙар. Һәм кем кемде нығыраҡ яратҡанын билдәләү кәрeк түгел ине. Бында тулы гармония күҙәтелә.
— 1988 йылдан бирле беҙ ошо иркен йортта йәшәйбеҙ, — тип дауам итә Самат Ибраhим улы. — Утыз биш йыл элек уны үҙ көсөбөҙ менән төҙөнөк. Был да үҙенә күрә бер юбилей. Ер участогы бында ун сутыйҙан аҙ ғына артыҡ. Йәшелсә, сәскәләр hәм еләк-емеш үҫкән баҡсабыҙ бар. Йорт хайуандары өсөн һарай бар, унда беҙ һыйыр һәм үгеҙ, тауыҡтар аҫрайбыҙ. Ҡатыным менән уртаҡ ғаилә ғорурлығыбыҙ — бәләкәй умарталыҡ. Ә бына минең өсөн шәхси ғорурлыҡ — быраулау hәм металл токарь станоктары булған оҫтахана. Уларҙы миңә пенсияға сығырға ваҡыт еткәс, «Искра» йәмғиәте етәксеһе Фәрит Хажиев үҙе бүләк итте. Ул саҡта ысын күңелдән: «Бер ҡасан да моңайма!», — тине ул. Мин барыһын да үҙ ҡулдарым менән эшләргә яратам. Металл һыныҡтарынан үҙ йөрөшлө трактор йыйҙым, ул инде күп йылдар йорт хужалығында ватылмайынса хеҙмәт итә. Миңә, алтынсы разрядлы токарь булараҡ, урындағы фермерҙар ватылған механизмдың кәрәкле детален яһар өсөн йыш мөрәжәғәт итә. Ярҙам итeргә тура килә.
Һуңынан ныҡлы йорт хужаһы үҙенең hәм яратҡан ҡатынының кәштәлә урын алған Рәхмәт хаттарын, Маҡтау грамоталарын hәм дипломдарын, шулай уҡ бүләкләү ваҡытында төшкән фотоларҙы күрһәтте, уларҙы совхоз етәкселегенән hәм район хакимиәтенән алғандар. Бында уның «Район чемпионы»ның ал таҫмаһы ла, «Намыҫлы хеҙмeт өсөн» (1986) hәм «РФ Хеҙмәт ветераны» миҙалдары ла бар. Йорт хужабикәһенең дә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы бар, ә бына дипломдар әҙерәк, әммә кәштәлә 1972 йылда КПСС Район комитетының беренсе секретары исеменән тапшырылған иң матур бүләк — СССР-ҙың 50-йыллығы хөрмәтенә штукатур-малярға адресланған Маҡтау грамотаһы. Ул ваҡытта илебеҙҙә эшселәрҙең хеҙмәтен баһалап ҡына ҡалманылар, ә уны юғары күтәрҙеләр ҙә!
Әхмәтовтар менән йылы хушлашып, беҙ Дим ауылынан изгелекле hәм боронғо хаҡиҡәткә ныҡлы ышанып киттек — дoнъя менән, элеккесә, мөхәббәт идара итә.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.