

“...Был донъяла булған бар нәмә Әсә йөрәге аша үтә, уның хис-тойғоларына сорнала... Әсә йылмайыуы, уның яратыуы, уның күҙ йәштәре, шатлыҡтары, һағыштары, өмөттәре, доғалары, юғалтыуҙары беҙҙең булмышыбыҙҙың көҙгөһө ул! Шуға ла быйылғы “Йөрәк һүҙе”н мин, проект авторы булараҡ, Әсә, әсәлек, Ил һәм илһөйәрлек темаларына бағышларға булдым, сөнки бөгөнгө көндә, күреүебеҙсә, белеүебеҙсә, аңлауыбыҙса, фәҡәт ошо ике төшөнсә беҙҙең уй-хистәребеҙҙе, кешелек сифаттарыбыҙҙы, күңелебеҙ торошон, эске донъябыҙҙың даръяларын тотошлай байҡап алды тиһәм дә хата булмаҫтыр. Шуға күрә быйылғы “Йөрәк һүҙе”ендә Әсә һүҙен ишетеү дөрөҫ һәм хаҡ булыр тип иҫәпләйем.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтәсәк “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһе 2023 йылдың 18 апреленән 9 сентябргә күсерелде. Иғландарҙы ҡарап барығыҙ, “Йөрәк һүҙе” менән бергә булығыҙ!” – ти яҙҙы Наилә Сәфәрғолова.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Н. Сәфәрғолованың сәхифәһе.
https://bashgazet.ru