Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Июль 2023, 04:48

Йәш хужабикәләргә

Артыҡ тоҙло ла булмаған, бер аҙ баллы маринадланған ҡыярҙар килеп сыға был рецепт менән. 

Йәш хужабикәләргәЙәш хужабикәләргә
Йәш хужабикәләргә

Шулай итеп: 3 л банка төбөнә 1 зонтик укроп, 5 түңәрәк борос, 3 ҡәнәфер ( гвоздика) һалабыҙ, ҡыярҙарҙы тығыҙлап, үҫкән яғын аҫҡа ҡаратып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып 10-15 мин. тотабыҙ ҙа кире бушатып рассол яһайбыҙ: 4 аш ҡалағы өймәйенсә шәкәр, 2,5 аш ҡалағы өймәйенсә тоҙ һалып, ҡайнатып яңынан ҡыярҙар өҫтөнә ҡоябыҙ, унан һуң 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 80 гр. аш һеркәһе һалып, ябып ҡуябыҙ. 

Ваҡ ҡыярҙарҙы тоҙлау өсөн:

1 литрлы банка өсөн 2 кг ваҡ ҡыяр, укроп орлоғо ҡыяғы, түңәрәкләп туралған 5 киҫәк крән, 5-әр ҡара ҡарағат һәм сейә япрағы, 7 борсаҡлы борос, 3 ҡалаҡ тоҙ кәрәк.

Яҡшылап йыуылған банкалар төбөнә эҫе һыуҙа бешкеләп алынған укроп ҡыяғын, крән тамырын, сейә һәм ҡарағат япраҡтарын һалабыҙ.

Ҡыярҙарҙы йыуып, остарын ҡырҡабыҙ. Өҫтөнә ярты минутҡа ғына ҡайнар һыу ҡойоп, түгәбеҙ ҙә, ярты сәғәт тирәһе һыуыҡ һыуҙа ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ банкаларға тығыҙлап тултырырға. 

1,5 һалҡын шишмә һыуына тоҙ һалып, ирегәнсе болғатабыҙ. Был һыуҙы ҡыяр өҫтөнә ҡойоп (банкалар бер бармаҡ иле тулмай ҡалырға тейеш), борсаҡлы боросто төшөрөргә. Банкаларҙы ҡапҡас менән ҡаплап, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Артабан уларҙы һалҡын баҙҙа һаҡларға кәрәк. Баҙ булмаһа һыуытҡыста торһон.

Был ысул менән тоҙлағанда тимер ҡапҡасы бороп япмалы банкалар ҡулланыу мөһим - һауа сығырлыҡ булмаһын.

 

 

Йәш хужабикәләргә
Йәш хужабикәләргә
Автор:
Читайте нас