Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Июль 2023, 08:35

Ҡара бойҙай кеҫәле

Ул холестеринды ғына кәметё, эсәктәрҙе шлактан һәм токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын көйләй.

Ҡара бойҙай кеҫәлеҠара бойҙай кеҫәле
Ҡара бойҙай кеҫәле

Ҡара бойҙай кеҫәле менән эшләнгән был рецепт холестеринды ғына кәметеп ҡалмай, эсәктәрҙе шлактан һәм токсиндарҙан таҙарта, ҡан баҫымын нормалаштыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. 

🔸 Был кеҫәлде эскәндән һуң 1 ай үткәс, ҡан баҫымы нормалаша, йөрәк-тамырҙары ауырыуҙарын кәметә.  

🔸 Кеҫәлде ашарҙан ярты сәғәт алда иртәле-кисле 100-150 мл эсеп, аҙаҡ 1 балғалаҡ бал ҡабып ҡуйырға кәңәш ителә. Дауаланыу курсы 1 ай.

✅ Кеҫәлде эшләү өсөн 3-4 аш ҡалағы ҡара бойҙай онон (кофемолкала иҙеп алығыҙ) 1 стакан һыуыҡ һыуға һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Был иҙмәне әҙ-әҙләп ҡайнап ултырған 1 литр һыуға өҫтәйбеҙ. Болғап торорға онотмағыҙ. 

‼️ 5-10 минут тирәһе ҡайнатығыҙ. Уттан алыр алдынан 1 аш ҡалағы зәйтүн майын өҫтәгеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Ҡара бойҙай кеҫәле
Ҡара бойҙай кеҫәле
Автор:
Читайте нас