Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
26 Июль 2023, 08:46

Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?

Был ысул еүел һәм уңайлы, өҫтәүенә витаминдары, файҙалы матдәләре юҡҡа сыҡмай.

Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?
Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?
 
Сөгөлдөрҙө бешереп тә, сей килеш ҡырғыстан үткәреп тә туңдырырға мөмкин. Кишерҙе сей килеш шаҡмаҡлап йәки һаламлап турап, йә ҡырғыс аша үткәреп әҙерләү отошло. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш.
Салаттан, тоҙлағандан ҡалған помидорҙы ла туңдырырға мөмкин. Туңдырғыстан сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп та туңдырып була. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙерләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. Ғөмүмән, йәшелсә-емештәрҙең күптәрен туңдырырға мөмкин.
 
Йәшелсә-емеште туңдырыуға ҡағылышлы бәләкәй генә серҙәр:
* Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырырға. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
* Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
* Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалырға. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай, әммә иретергә кәрәкмәй, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
* Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
*Еләктәрҙе ағып торған һыуҙа тиҙ генә йыуып киптерәһең һәм, батмусҡа теҙеп, сәғәт ярымға туңдырғысҡа ҡуйып тораһың. Унан махсус пакеттарға һалып, тағы туңдырғысҡа һалаһың. Ошолай эшләгәндә еләк һәм емештәр бер-береһенә йәбешмәй, ҡышын уларҙы алыуы ла бик уңайлы буласаҡ.
 
Фото: aif.ru
 
Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?
Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк туңдыраһыҙмы?
Автор:
Читайте нас