Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
29 Июля 2023, 04:11

Тыуған ер үҙенә тартты

Фәүзиә һәм Рафаэль Сөләймановтар ауыл тормошоноң бар йәмен тойоп йәшәйҙәр. 

Тыуған ер үҙенә тарттыТыуған ер үҙенә тартты
Тыуған ер үҙенә тартты

Пенсия йәшен кемдер хәүефләнеп көтөп алһа, икенселәр өсөн хаҡлы ялға сығыу  - әүҙем тормошҡа күсеүгә тиң. Ниһайәт, йәш саҡта ваҡыт етмәй ҡалған шөғөлгә иғтибар бүлергә була. 

Фәүзиә һәм Рафаил Сөләймановтар бынан өс йыл элек Октябрьский ҡалаһынан тыуған ауылдары – Бикҡолға ҡайтып төпләнгән. Атай нигеҙен һыуытмаусы ғаилә пары быға тиклем дә йәйге ялдарын тыуған төйәгендә үткәргән.  

Йорт-баҡсалары ғәжәйеп матур уларҙың. Ҡапҡаларынан кереүгә, табиғи матурлыҡҡа үҙҙәре тыуҙырған гүзәллек тә өҫтәлгәне күҙгә ташлана, ә баҡсаларында нимә генә үҫтермәйҙәр.

Өйҙән һуҙылған таш һуҡмаҡтан баҡсаға таба атлайбыҙ. Өйгә терәтеп тигәндәй һалынған мунса янында хужалыҡ әйберҙәре һаҡлау бүлмәһе, ә бер ҡыйыҡ аҫтындағы йәнәшә бүлмәлә өҫтәл һәм урындыҡтар ҡуйылған, ямғырлы көндәрҙә бында туғандар, күршеләр менән гәпләшеп, сәй эсеп алырға була. Сәскәләргә күмелгән ишек алдында, ҡаплаулы япма аҫтында, заманса бәүелсәк тора.

- Бында күсенеп ҡайтҡансы уҡ баҡсабыҙға эре сортлы ҡарағат, ҡурай еләге, груша, алмағастар ултыртҡайныҡ, әле иһә емештәрен йыйып кинәнәбеҙ, тал бөрлөгәненең дә (ежевика) емештәре ҡыҙарып килә. Бынан тыш, быйыл баҡса тирәләй имән һәм йүкә ағастары ла ултырттыҡ, - тип һөйләй хужабикә.

Баҡсала өс ҙур теплица күҙгә башлана. Һигеҙ метрлы теплицаның береһендә - помидор, икенсеһендә - борос, өсөнсөһөндә бауға үрмәләп үҫкән ҡыярҙар “мине өҙ, мине өҙ” тигәндәй аҫылынып тора. Шулай уҡ асыҡ ерҙә ҡыяр, ташҡабаҡ, һарымһаҡ, һуған, кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр, салат, руккола, кишер түтәлдәре рәт-рәт булып теҙелеп киткән. Тағы улар янында иссоп, бөтнөк, кориандр кеүек шифалы үләндәр ҙә күренә.

Фәүзиә Сөләйманова – һөнәре буйынса терапевт. Табип булараҡ, туҡланыу мәьәләһенә бик иғтибарлы, шуға күрә баҡсаларында төрлө йәшелсә, емеш-еләк бихисап. 

- Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәндәй, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Теплица иртә йәшелсә ашау мөмкинлеге бирә. Бер ниндәй химияһыҙ үҫтерелгән емеш-еләкте балаларыбыҙға ла бирәбеҙ, күрше-күләнгә лә өләшәбеҙ. Күңелең киң булһа, урын да, ризыҡ та етә, тигәндәй, йыл һайын ситтә йәшәүсе туғандарыбыҙ ҡунаҡҡа ҡайта. Улым Олег менән ҡыҙым Алина ла ғаиләһе менән ялдарын бында үткәрергә ярата. Үҙебеҙ, элекке ауыл кешеләренә хас булғанса, булғанын күрше-тирә менән дә уртаҡлашып, сәйгә саҡырышып, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ, - тиҙәр ирле-ҡатынлы Сөләймәновтар.

Фәүзиә Төхвәт ҡыҙы ауыл мәктәбенән һуң, Өфөләге 1-се гимназия-интернатта уҡыған һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған.    

- Хеҙмәт юлымды Октябрьский ҡалаһында башланым. Был ваҡытта беҙ, тормош иптәшем Рафаил менән, өйләнешкәйнек. Ул да юғары белемле, тәүҙә учатковый, һуңынан ЮХХДИ инспекторы булды, ә мин ҡаланың 2-се поликлиникаһында терапевт булып эшләнем, бер аҙҙан пропотология бүлегенең бүлек мөдире итеп үрләттеләр, шулай уҡ “Автоприбор” машина төҙөүселәр заводында врач булып эшләгәндә лә, Гиппократ антына тап төшөрмәнем. Кешеләрҙе дарыу менән генә түгел, йылы һүҙ менән дә дауаларға тырыштым, пациенттарыма һәр саҡ иғтибарлы булдым, - ти изге йөрәкле ханым.

Эйе, һөнәрен яратҡан кеше генә эшен бар күңелен биреп башҡара алалыр. Халыҡты сәләмәтләндереү өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн Фәүзиә Төхвәт ҡыҙы 2005 йылда “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булған, бынан тыш, уға ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы бирелгән.

- Дөйөм эш стажым 45 йыл. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та, беҙ, бер нисә табип, Башҡортостандан тәүгеләрҙән булып Мәскәүҙә дүрт айлыҡ курстарҙа уҡып, гериатрия белгеслеге алдыҡ. Был инде өлкән йәштәгеләрҙе  дауалау үҙенсәлектәренә ҡағыла. Йәш барған һайын тән торошо үҙгәрә, һаулыҡ та икенсе, шуға ла мин ауырыуҙарҙы күп дарыуҙар менән дауалауға ҡаршымын. Нәҫелебеҙҙә лә халыҡ ысулдары менән дауалаусылар булған, өләсәйем Бәҙғениса һәм әсәйем Миңнурҙы быуын ултыртыусы булараҡ беләләр. Үҙем хаҡлы ялда булһам да, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе кире ҡаҡмайым: анализдарына ҡарап, дауалау курсы билдәләйем, икенселәргә система ҡуям, укол ҡаҙайым. Һәр саҡ медицина яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып барырға тырышам, әле булһа, онлайн-концеренцияларҙа ҡатнашам, - ти, һәр кемгә яғымлы мөнәсәбәттә булған Фәүзиә апай. 

Йорт хужалары Фәүзиә апай менән Рафаил ағай сәскәләрен дә яратып тәрбиәләй. Өй янындағы лилиә, хогста, астра, петуния, гортензия, клематистар бар тулылығында балҡып ултыра. Олоғайған һайын тормоштоң матурлығын нығыраҡ аңлайһың, йәшәгәндән-йәшәге килә, ти Сөләймановтар.

Ауыл тормошоноң бар кинәнесен татып.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотоһы.

Тыуған ер үҙенә тартты
Тыуған ер үҙенә тартты
Тыуған ер үҙенә тартты
Тыуған ер үҙенә тартты
Автор:
Читайте нас