Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
9 Август 2023, 07:07

Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"

Быйыл мәктәптәрҙә туҡланыуға - 3,6 миллиард, республика бюджетынан 1,6 миллиард һум бүленәсәк.

Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"
Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа яңы уҡыу йылы алдынан күрһәтмәләр бирҙе һәм балалар һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған операторҙар менән бәйләнешкә инмәҫкә саҡырҙы.

"Балалар өсөн һәйбәт туҡланһын өсөн барыһын да эшләргә тырышығыҙ. Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ. Ит үҙебеҙҙеке, Аллаға шөкөр, икенсе яҡтыҡын индермәйбеҙ. Барыһы ла беҙҙеке һәм яҡшы булырға тейеш», - тине Хәбиров Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы етәксеһе Алексей Гусевҡа мөрәжәғәт итеп.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быйыл мәктәптәрҙә туҡланыуға - 3,6 миллиард, республика бюджетынан 1,6 миллиард һум бүленәсәк. Был аҡсаға 1-4 класс уҡыусылары, шулай уҡ 5-11 класс уҡыусылары - һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән йәки СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән балалар бушлай туҡланасаҡ.

Фото: Администрация Уфы

shonkarrb

 

Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"
Хәбиров: "Мәктәптәрҙә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек булһа, яуаплыны шунда уҡ атығыҙ"
Автор:
Читайте нас