

Рәсәйҙә ҡайһы бер пенсионерҙарға пенсияны пландан тыш яңынан иҫәпләү ҡаралған. Планлы күтәрелеүҙәр көтөлмәһә лә, пенсионерҙарҙың ҡайһы бер категориялары өҫтәмә аҡсаға өмөт итә аласаҡ.
Закон буйынса, 80 йәш тулған кешеләргә пенсияға өҫтәмә аҡса түләнә. Әгәр пенсионерға август айында 80 йәш тулһа, сентябрҙән уға 7567,33 һум күләмендә өҫтәмә түләнәсәк. Өҫтәмә түләү автомат рәүештә иҫәпләнә, ғариза бирергә кәрәкмәй.
Шулай уҡ, ааыл ерендә 30 йылдан ашыу эшләгән граждандарға пенсия күләме арттырыла. Ауыл стажы өсөн пенсия өҫтәмәһе күләме 1891, 83 һум тәшкил итәсәк. Яңынан иҫәпләү автомат рәүештә бара, ғариза менән мөрәжәғәт етергә кәрәкмәй.
Фото: "Башинформ" агентлығы
https://kiziltan.ru