Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Август 2023, 06:53

Стәрлеләр байрамға саҡыра

19 августа Салауат Юлаев исемендәге сквер сауҙагәрҙәр ҡаласығына әүереләсәк.

Стәрлеләр байрамға саҡыраСтәрлеләр байрамға саҡыра
Стәрлеләр байрамға саҡыра

Был шәмбе Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Купец 2.0” тигән ҡунаҡсыллыҡ фестивале үткәрелә. Был көндө Салауат Юлаев исемендәге сквер сауҙагәрҙәр ҡаласығына әүереләсәк. Бында һөнәрселәрҙең ҙур йәрминкәһе ойошторола. Унда 19-сы быуаттың рецепттары буйынса ризыҡтар әҙерләнә, әйлән-бәйләндә йөрөйәсәктәр, үткәнгә сәйәхәт ойошторола.

Фестиваль майҙансығы бер нисә өлөшкә бүленәсәк. Ҡунаҡтар унда сауҙагәрлек осорон күҙәтә алыр, ҡала тарихын белер, йәрминкәне күрер, халыҡ һәм классик көйҙәр тыңлар,үҙенсәлекле рецепттар буйынса әҙерләнгән ризыҡтар тәмләр.

Быйыл фестивалде ойоштороусылар байрам ҡунаҡтары өсөн “Турист зонаһы” тигән яңы майҙансыҡ та әҙерләй.

Б.Әсәҙуллин һәм Р.Цукур фотолары.

bashgazet.ru

Стәрлеләр байрамға саҡыра
Стәрлеләр байрамға саҡыра
Автор:
Читайте нас