

1-2 класс уҡыусылары өсөн рюкзактың ауырлығы 1,5 килограмдан артмаҫҡа тейеш.
3-4 кластар өсөн – 2 килограмдан.
Рюкзактың арҡаһы ҡаты, ныҡ булырға тейеш, ә рюкзак үҙе һыу һеңдермәй торған туҡыманан, киң ҡайышлы, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән булырға тейеш. Роспотребнадзорҙың төбәк буйынса идараһы тышҡы коммуникациялар бүлеге начальнигы Регина Акмалова ЦУРҙан БСТ телеканалының «Сәләм» программаһы тура эфирында уҡыусы сумкаһы тураһында һөйләне.
Белгес әйтеүенсә, мәктәп формаһының туҡымаһы һауа үткәрергә, һыуҙы һәм һыу парҙарын еңел йоторға, күп тапҡыр йыуғас һәм үтүкләгәстәүге формаһын боҙмаҫҡа тейеш. Аяҡ кейеменең класс һәм спорт өсөн айырым булыуы яҡшы. "Сменка"ның табиғи күндән, йәки тығыҙ туҡыманан, бәләкәй үксәле булғанын һатып алау яҡшы.
Һатыусы тауар сифатының тура килеүе тураһында барлыҡ документтарҙы беренсе талап буйынса күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ “Честный знак” ҡушымтаһы аша үҙегеҙ ҙә тикшереп ҡарай алаһығыҙ.
“Мәктәп формаһы, аяҡ кейеме, рюкзакты һатып алғандан һуң, 14 көн эсендә алыштырып йәиһә кире ҡайтарып булыуы тураһында онотмағыҙ", — тип хәбәр итә ведомство вәкиле.