Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
21 Август 2023, 07:48

Алманан үтә күренмәле ҡайнатма

Һеҙгә өс рецепт тәҡим итәбеҙ:

Алманан үтә күренмәле ҡайнатмаАлманан үтә күренмәле ҡайнатма
Алманан үтә күренмәле ҡайнатма

Беренсе рецепт. 

1 кг алмаға 300-400 грам һыу, 1,3-1,4 кг шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы алына. Алманың ҡабығын әрсегәс һәм үҙәген алғас дүрт киҫәккә бүлергә һәм 5-6 мм ҡалынлығында арҡылыға турарға. Тураған алмалар ҡараймаһын һәм ҡайнатманың төҫөн боҙмаһын өсөн улаҙы 3-5 минут сәй содаһы һалған ҡайнар һыуҙа тоталар. Шул арала шәкәр сиробы әҙерләнә: шәкәр ҡомон һыуға һалып ҡайнатабыҙ. Алмаға ҡәҙәр сиропҡа ҡайнар һыу менән бешекләгән сейә япраҡтары һалабыҙ һәм бер аҙҙан алабыҙ, артабан туралған алмаларҙы һалабыҙ. Ҡайнатманы 5-6 минут ҡайнаталар ҙа һыуыталар, унан һуң ҡабат 5 минут ҡайнаталар һәм тағын һыуыталар. Шулай бер ниссә тапҡыр ҡабатлайҙар. Алма ҡайнатмаһы барлығы 15-20 минут ҡайнарға тейеш. Әҙер ҡайнатма һары гәрәбә төҫөндә, ҡуйы, алмалары таралмаған булырға тейеш.

Икенсе рецепт. Әлеге вареньены яһау өсөн ике генә ингредиент кәрәк: ҡабығы әрселгән һәм үҙәге алынған 1 кило алма һәм 200 грамм шәкәр ҡомо.

Алмаларҙы 1,5-2 сантиметр итеп турайбыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Һуты сыҡһын өсөн шул рәүешле бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Ваҡыт-ваҡыт болғатып торорға кәрәк. Алманың һуты сыҡҡандан һуңан һүрән утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен өсөн гел болғатып торорға кәрәк. Әҙер булғас, стерилләштерелгән банкаларға тултырып тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Өсөнсө рецепт. Үҙәге алынған 3 кило алманы кухня комбайны арҡылы сығарырға йәки ҡырғыстан үткәрергә кәрәк. Эмаль кәстрүлдең төбөн һыу менән сылатып шуға алмаларҙы һәм 2 стакан шәкәр ҡомо һалабыҙ. Талғын утта  кайнап сыҡҡандан һуң тағын 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Болғатып торорға онотмағыҙ. Ҡайнар килеш стерилләштерелгән банкаларға тултырып тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

chishme.ru

 
Алманан үтә күренмәле ҡайнатма
Алманан үтә күренмәле ҡайнатма
Автор:
Читайте нас