

Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан уҡытыусылар бергә йыйылышып, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһай, үҙҙәренә яңы маҡсат-бурыстар билдәләй. Бөгөн, йәғни 21 августа Бишбүләк ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышы уҙҙы.
Ултырышты мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Фәйрушина асып, көн тәртибе менән таныштырғандан һуң, 2022-23 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны. Ул башҡорт теленән Мотлаҡ дәүләт имтиханы тураһында һөйләне һәм эштәр һөҙөмтәлерәк булһын өсөн уға әҙерлек сифатының төп йүнәлештәрен билдәләп үтте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова ла хеҙмәттәштәре алдында сығыш яһаны. Ул дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандарттары, уны тормошҡа ашырыу һәм яңы программалар индерелеүе тураһында һөйләне. Эйе, бөгөн белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр педагогтар алдында яңынан-яңы талаптар ҡуя.
Үткән аҙнала Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу өсөн Бөрйән районына барғайны. Был хаҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова һөйләп үтте.
Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА яҙып алды.