Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
28 Август 2023, 12:00

Көндәр ҡасан йылыныр?

Әле һеҙҙә һауа торошо индәй? Ямғыр яуамы? 

Көндәр ҡасан йылыныр?Көндәр ҡасан йылыныр?
Көндәр ҡасан йылыныр?

Башҡортостанда алдағы аҙнала болотло һауа торошо көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, 6 сентябргә тиклем республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, һауа температураһының 19 градус булыуы фаразлана.  Ә йәкшәмбе, 3 сентябрҙә термометр бағанаһы 28 градусҡаса күтәрелә.

7 сентябрҙән Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡояшлы һәм йылы көндәр көтә. Көндөҙ уртаса +24 градус, төндә иһә +13 градус була.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 28 августа ямғыр, төндә урыны менән көслө ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.

Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус. Ямғыр яуғанда автомобиль юлдарында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

https://www.bashinform.ru

Көндәр ҡасан йылыныр?
Көндәр ҡасан йылыныр?
Автор:
Читайте нас