Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Август 2023, 06:11

Белем көнөндә хәмер һатылмаясаҡ

1 сентябрҙә Башҡортостан магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Белем көнөндә хәмер һатылмаясаҡБелем көнөндә хәмер һатылмаясаҡ
Белем көнөндә хәмер һатылмаясаҡ

Ведомствола белдереүҙәренсә, «Хәмерһеҙ көн» Белем көнөнә арналған саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн индерелә.

«Тыйыу йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуҙан тыш, барлыҡ сауҙа нөктәләренә (магазиндарға) ҡағыла», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала шулай уҡ Яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, шулай уҡ һабантуй көндәрендә алкоголь һатырға ярамай.

https://www.bashinform.ru

 

Белем көнөндә хәмер һатылмаясаҡ
Белем көнөндә хәмер һатылмаясаҡ
Автор:
Читайте нас