Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Август 2023, 07:36

Башҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылған

Был турала «Башинформ» хәбәр итә.

Башҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылғанБашҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылған
Башҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылған

Башҡортостанда республика башлығы Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем тураһында ҡарар раҫланды, тип хәбәр итә «Башинформ».

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» маҡтаулы исеме милли-мәҙәни традицияларға һәм танылған сәнғәт дәрәжәһенә тура килтереп билдәле бер халыҡ сәнғәт кәсептәре әйберҙәрен яһау оҫталығына эйә булған граждандарға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Халыҡ сәнғәт кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, халыҡ сәнғәт кәсептәре өлкәһендә кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергән башҡа кешеләргә, алдынғы тәжрибәнең киң таралыуы һәм тармаҡта 10 һәм унан да күберәк эшләүселәргә бирелә.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған кешеләргә маҡтаулы исем биреү тураһында таныҡлыҡ һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» күкрәк билдәһе күкрәктең уң яғында йөрөтөлә, тип әйтелә документта.

Башинформ

Башҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылған
Башҡортостанда “Атҡаҙанған халыҡ кәсептәре оҫтаһы” тигән исем булдырылған
Автор:
Читайте нас