Дим буйҙары
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
1 Сентября 2023, 11:26

Белем көнө күңелле үтте

Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә уҙған тантанала мәктәп уҡыусылары, педагогтар, район етәкселәре, мәғариф ветерандары һәм ата-әсәләр ҡатнашты.  

Белем көнө күңелле үттеБелем көнө күңелле үтте
Белем көнө күңелле үтте

Иртән иртүк ауыл урамдарында ҡулдарына аллы-гөллө сәскәләр тотҡан уҡыусыларҙы, шулай уҡ байрамса кейенгән ата-әсәләрҙе күрергә мөмкин ине. Улар барыһы ла Айыт урта мәктәбенә  йыйылды. Быйыл бында 188 уҡыусы белем аласаҡ. Ә 1-се класҡа килеүсе балалар һаны – 11.   

Тантаналы линейка  Рәсәй һәм Башҡортостан Гимны аҫтында  Дәүләт флагын күтәреүҙән башланды. Сағыу байрам уңайынан йыйылыусыларҙы район хакимиәте исеменән Артур Амур улы Ғәлиев ҡотлап үтте:

— 1 сентябрь — уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иҫтәлекле көн, күңелдә иң яҡты тойғолар уятыусы матур байрам. Яңы уҡыу йылы сағыу ваҡиғаларға бай булһын, ижади бейеклектәр яуланһын. Барығыҙға ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйем, — тине Артур Амур улы. —  Беҙ кисәге уҡыусыларҙы ла онотмайбыҙ, ил һағында тороусы егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Аталары СВО-ла йөрөгән өс бала быйыл 1-се класҡа бара, беҙ уларға мәктәп формаһы һәм канцелярия әйберҙәре алырға ярҙам иттек. 

Мәктәптә йыш ҡунаҡ булған Айыт ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Фаат улы Ғимазетдинов һәммәһен дә яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек, уҡыусыларға белемгә ынтылыш, ата-әсәләрен яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыуҙарын теләне.

Тәбрикләүҙәр уҡыусыларҙың йырлы-моңло сағыу сығышы менән үрелеп барҙы. Бына көслө алҡыштар аҫтында майҙанға беренселәр сыҡты. Ап-аҡ банттар, алъяпҡыстар таҡҡан, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан малай һәм ҡыҙҙар тулҡынлана-тулҡынлана шиғыр һөйләне. Гөлдәр Минебай ҡыҙы етәкселегендә 13 уҡыусы уҡырға-яҙырға өйрәнәсәк. Ун беренсе кластар  иһә бәләкәй дуҫтарына төрлө төҫтәрҙән эшләнгән сағыу самолеттар бүләк итте. Тырышып уҡыуҙарын, әүҙем, спорт менән дуҫ булыуҙарын  теләне.

Мәктәп директоры Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова хеҙмәттәштәрен, ата-әсәләрҙе, ауыл халҡын байрам уңайынан ҡотлап үтте:  

- Бөгөн беҙ тәү тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫҡан беренселәрҙе, шулай уҡ беҙгә Ҡаныҡай мәктәбенән уҡырға килгән балаларҙы сәләмләйбеҙ. Уҡыусылар, һеҙ мәктәпкә белем алырға килдегеҙ. Һеҙҙе изге күңелле, түҙемле уҡытыусылар белем тауҙарына әйҙәйәсәк. Мәктәп ишектәре уҡыусылар өсөн генә түгел, ә ата-әсәләр өсөн дә һәр саҡ асыҡ, - тине ул, үҙенең сығышында.

Артабан мәктәп етәксеһе Гөлнара Наил ҡыҙы бер төркөм уҡыу алдынғыларын бүләкләү өсөн түргә саҡырҙы. Ғимазетдинова Арина (11 кл), Вәлиева Елизавета (10 кл), Хәкимуллин Эмиль (5 кл), Көҫәпҡолова Алия (4 кл), Аюпова Ангелинаға (3 кл). Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.  “Йәнле һүҙ – 2023” республика конкурсы еңеүсеһе Буранғолова Яҙгөлдең эше лә диплом менән баһаланған (етәксеһе Хисмәтова Г.М.).

Йола буйынса, уҡыу йылы башында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҡшы билдәләргә өлгәшкән, әүҙем уҡыусыларға Һарайлы-мең ырыуы премияһы тапшырылып килә. Был мәртәбәле премияны Сәйетҡолов Данияр һәм Михайлова Азалия (Айыт мәктәбе, уҡытыусыһы Мөхтәсимова Э.М.) һәм Хәмитова Илүзәгә (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе, Кинйәбаева И.Р.) Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов тапшырҙы. Байрамға килгән яҙыусы, М.Аҡмулла Ф.Кәрим премияһы лауреаты Фәнис Янышев иһә беренселәргә үҙенең китаптарын бүләк итте. 

Бына дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңланы. Иң тәүҙә ата-әсәйҙәре оҙатыуында беренселәр, улар артынса башҡалар кластарға юллланды. 

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Белем көнө күңелле үтте
Белем көнө күңелле үтте
Белем көнө күңелле үтте
Белем көнө күңелле үтте
Белем көнө күңелле үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас