Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2023, 11:39

Бөгөн - Айыҡлыҡ көнө

Йыл һайын 11 сентябрҙә эскелеккә ҡаршы һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыуға ҡаршы көрәшеү маҡсатында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уҙғарыла...

Бөгөн - Айыҡлыҡ көнө
Бөгөн - Айыҡлыҡ көнө

Айыҡлыҡ көнө тәүге тапҡыр 1911 йылдың 11 сентябрендә Санкт-Петербургта үтә. Ул йәмғиәтте берләштерергә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен күрһәтергә теләгән интеллигенция вәкилдәре ярҙамында ойошторола. 1913 йылда был көн рәсми статус ала. Унда алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатыла, бөтә шарап кибеттәре ябыла.

Был башланғыс 1917 йылға тиклем дауам итә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул 2005 йылда тергеҙелде, ә 2014 йылда байрамға Бөтә Рәсәй статусы бирелде.

XIX быуат аҙағы - ХХ быуат башында Америкала айыҡлыҡ байрамы булдырыла. Уны эскелеккә ҡаршы көрәш алып барған Джон Финчҡа үҙенсәлекле һәйкәл тип иҫәпләйҙәр - XIX быуат аҙағында ул АҠШ-та йәмәғәт айыҡлыҡ хәрәкәтенә етәкселек итә. Финчтың вафатынан һуң күптәр үҙ ерендә һәм сит илдәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, Джон Финчтың идеяларын таратыуҙы дауам итте. Шул ваҡыттан алып йыл һайын 3 октябрҙә Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Илебеҙҙә бындай көн, алда әйтелгәнсә, йылына ике тапҡыр - 11 сентябрҙә, 3 октябрҙә билдәләнә.

https://vk.com/kurultaibashkir

Бөгөн - Айыҡлыҡ көнө
Бөгөн - Айыҡлыҡ көнө
Автор:
Читайте нас: