Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2023, 18:24

Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар

Был хаҡта Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса белгестәре аңлата. Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу йәше балалар һанына бәйле.

Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар
Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар



Ҡатын өс бала тапһа һәм тәрбиәләһә, 57 йәшендә ваҡытынан алда пенсияға сығырға хоҡуҡлы.

Ҡатындың дүрт балаһы булһа, 56 йәштә мөмкин.

Биш һәм унан күберәк балаһы булған кеше пенсияны 50 йәштән рәсмиләштерә ала.

Мөһим моменттар бар, уларҙы иҫәпкә алырға кәрәк:

⃣ Һанап үтелгән бөтә категорияларға пенсия тәғәйенләү өсөн мотлаҡ шарт - ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки уллыҡҡа алыуҙы юҡҡа сығарыу осрағы булырға тейеш түгел.

⃣ Ваҡытынан алда страховка пенсияһы билдәләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән мәлгә ғаиләләге бөтә балаларға 8 йәш тулған булырға тейеш.

3⃣ Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу өсөн кәм тигәндә 15 йыл страховка стажы булыуы мөһим.

4⃣ 2023 йылда ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан осраҡта шәхси пенсия коэффициенты кәмендә 25,8 булырға тейеш.

Социаль һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса консультация алыу өсөн берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 1-00000-1

Социаль фондтың Башҡортостандағы клиент хеҙмәттәре: https://vk.cc/cleqKt

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар
Күп балалы әсәнең нисә йәштә пенсияға сығыу мөмкинлеге бар
Автор:
Читайте нас: