Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2023, 12:22

Фестивалдә баскетбол уйнарға була

Баш ҡалала бөгөн башланған Бөтә Рәсәй “Әйҙә, уйнарға!” фестивалендә ойоштороусылар спорт майҙансыҡтары ла булдырҙы. Балалар баскетбол уйнау мөмкинлеге менән файҙаланды.

Фестивалдә баскетбол уйнарға була
Фестивалдә баскетбол уйнарға була

Был майҙансыҡта ярыштар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм сығыштар үткәреләсәк. “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетболы лигаһында ҡатнашыусыларға бүләккә туптар таратасаҡтар. Быйыл йәмғеһе бүләккә тип 4500 туп әҙерләнгән.

Былтыр был сара Шишмә районындағы Алкин-2 ауылындағы “Патриот” паркында үткәйне. Ул ваҡытта “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетболы лигаһында ҡатнашыусыларға 3500 туп тапшырылған ине. Билдәле спортсылар, олимпия чемпиондары Иван Едешко һәм Светлана Антипова уларҙы таратыуҙа ҡатнашҡайны.

Быйыл баскетбол лигаһында республиканың 1117 мәктәбе ҡатнашты!

Фестивалдең тулы программаһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://айдаиграть.дети/

Фестивалдә баскетбол уйнарға була
Фестивалдә баскетбол уйнарға була
Автор:
Читайте нас: