Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Сентябрь 2023, 07:56

Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй

Аҙнай ауылынан Миҙхәт Мөхәмәтшин ағас эше оҫтаһы булараҡ танылыу алған. 

Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәйКүңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй
Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй

Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем алтын ҡуллы кешеләр хаҡында. Ундайҙар беҙҙең арала ла аҙ түгел. Аҙнай ауылынан Миҙхәт Мөхәмәтшин дә, ағас эше оҫтаһы булараҡ танылыу алған.

- Һәр ауыл малайы кеүек, мин дә балта-сүкеште ҡулыма бик иртә алдым, ағас эше менән ҡыҙыҡһыныуым үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Мине бер кем дә был эшкә өйрәтмәне. Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡыған осорҙа ялға ҡайтҡас, күрше еңгә балаҫ һуғыу станогы эшләп биреүемде һораны. Дәрт итеп тотонғас, ярайһы ғына килеп сыҡты, - ти ул, үҙенең тәүге эше хаҡында.

Балта оҫтаһы, заманында ауылдаштарының үтенесе буйынса ишек, биҙәкле тәҙрә яңаҡтарынан башлап йорт та төҙөшкән, келәт, мунса ла һалған. Хәҙер улай йөрөмәй инде, үҙенең йортонда ғына мөғжизәләр тыуҙыра.

Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ҡапҡаны асып ебәреүгә үк, килеүселәрҙең күҙе ишек алдындағы ҡупшы беседкаға төшә. Ағастар һәм декоратив үҫемлектәр менән уратып алынған, һырлап-биҙәкләп эшләнгән беседканы ул бер йыл буйы яһаған. Бер аҙ ситтәрәк ыҡсым ғына оҫтахана урынлашҡан. Унан әле таҡта үткәргән, әле ағас юнған тауыштар ишетелә. Оҫтаның бер минутты ла бушҡа сарыф итмәүе күренеп тора.

Өйҙәрендәге күпселек мебель Миҙхәт ағайҙың үҙ ҡулы менән эшләнгән. Этажерка, артлы ултырғыс, прихожка гарнитуры, карауат, шифоньер өйҙәренә йәм биреп тора, балалар өҫтәле һәм ултырғыстар ҡабатланмаҫ биҙәктәр төшөрөлөп эшләнгән. Уның ҡул йылыһы һеңгән өҫтәл-табуреткаларҙы, кухня гарнитурын уларҙың туған-тыумасаһында ла күрергә мөмкин.

- Матурлыҡҡа ынтылыу миндә һәр саҡ булды. Балыҡҡа барғанда да үҙенсәлекле ағас ботаҡтарын күреп, уны нисек файҙаланырға икән тип уйлайым. Район үҙәгенә юл төшкәндә, мебель магазинына кермәйенсә ҡайтмайым, берәй ятыраҡ әйбер күрһәм, үҙем дә шундайҙы яһап ҡарарға теләйем. Ҡайһы берҙә интернетта күргәнде үҙемсә үҙгәртәм, мәҫәлән, йөрөтөргә уңайлы булһын тип йыйылмалы өҫтәл һәм эскәмйә яһаным, - ти ул, үҙенең яратҡан шөғөлө хаҡында.

Аҙнай оҫтаһы матур итеп һандыҡтар ҙа эшләй. Һандыҡтағы уйып һәм киҫеп яһалған биҙәктәрҙе эшләү еңел түгел. Пар аҡҡош төшөрөлгән, милли биҙәктәр ҡулланылған, сит-ситтәре семәрләп эшләнгән был ыҡсым ғына һандыҡтар, ысынлап та, һоҡланыу уята. Ана шундайҙы ауыл мәҙәниәт йортона ла бүләк иткән ул.

- Бер һандыҡты эшләү өсөн, ғәҙәттә, ике аҙна ваҡыт китә, иң һуңынан лак менән буяйым, шул көйө материалдың тәбиғилеге һаҡлана. Үҙең яһаған йыһаз ныҡ та, матур ҙа була. Яһаған әйберҙәремде халыҡ бер-береһенән күрә, ҡыҙыҡһына һәм килеп ала. Әлбиттә, бындай эш менән күбеһенсә ҡышҡы ваҡытта шөғөлләнәм, йәйгеһен ваҡыт етмәй – бесән-утын әҙерләргә кәрәк. Материалды ла йәйҙән хәстәрләп ҡуям, ғәҙәттә, йүкә, ҡарағай ағасы менән эшләйем, - ти, оҫта.

Ата-олатайҙарыбыҙ һөнәре онотолоп барған, табиғи материалдан яһалған көнкүреш әйберҙәре ҡулланылыштан сыҡҡан заманда,  бындай ҡул эштәре йәнә тормошобоҙға әйләнеп ҡайта башланы. Тырышҡанда тал сыбығынан да мөғжизә тыуҙырырға мөмкин. Йорт хужаһының оҫта ҡулдары үргән тауыҡ оялары, кәрзиндәре хужалыҡта ҡулланыла, шулай уҡ уның эштәре төрлө күргәҙмәләргә лә ҡуйыла.

Инде ярты быуатҡа яҡын бергә тормош итеүсе ҡатыны Ғәлиә Ғәли ҡыҙы тормош иптәшенең яратҡан шөғөлөндә ярҙамсы ла, уның яһалған әйберҙәренә беренсе баһа биреүсе лә.

- Ете уйлап бер киҫә торған кеше, тип уның кеүектәр тураһында әйтәләрҙер. Иң башта ул барыһын да ентекләп уйлай, унан ғына эшкә тотона. Ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныу улдарыбыҙға ла күскән: Илнар тимерҙән сүкеп төрлө әйберҙәр яһарға ярата, кесеһе Салауатты ағас эштәре ҡыҙыҡһындыра, - ти, йорт хужабикәһе.

Ауыл урамдары буйлап үткәндә, күп кенә өйҙәр янында Миҙхәт Мөхәмәтшиндың эскәмйәләрен күрергә була. Ябай ғына ағасты сәнғәт әҫәренә әйләндерә алыусы оҫта хәйриәлек менән дә шөғөлләнә: ауыл уртаһындағы обелиск янында уның ыҡсым урындыҡтары ҡуйылған, мәсет өсөн өҫтәлдәр ҙә яһап биргән. Әлеге вакытта ул яңы мәсеттә бүлмәләр бүлеү менән мәшғүл.    
Миҙхәт Мөхәмәтшин хаҡлы ялға сыҡҡансы Хомутовкала, Тулбайҙа агроном булып эшләй, “Дим” совхозының профком рәйесе лә була, уның тормош иптәше Ғәлиә Ғәли ҡыҙы иһә ошо ауыл балаларын уҡытыуға 35 йыл ғүмерен арнай. Ул да матурлыҡҡа ғашиҡ кеше. сәскәләр үҫтерергә ярата, мәҙәниәт йортонда эшләп килгән фольклор түңәрәгенә йөрөй.  Ғаилә пары оҙак йылдар бал ҡорттары үрсетеү менән шөғөлләнә. Агроном булараҡ, баҡсасылыҡ эшендә лә төрлө эксперименттар үткәреүҙә Миҙхәт ағайҙың роле ҙур, көҙгө муллыҡта виноград тәлгәштәре, тәгәрәп үҫкән ҡауын-ҡарбуздар – уларҙың тырыш хезмәттәренең емеше.  

Мөхәмәтшиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, улар сит­тә йәшәй: Салауат һәм Лилиә – Өфөлә, Илнар – Салауат ҡалаһында. Бәхетле өләсәй менән олатайҙы һөйөндөрөп ике ейәне, бер ейәнсәре үҫеп килә. Балалары ла тыуған йортҡа йыш ҡайта, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр, хәлде белешеп торалар. Барыһы ла бергә йыйылғанда, донъялары түңәрәкләнә уларҙың. 

“Яратҡан шөғөл - ул күңел тыныслығы” тигән һүҙҙәр менән тамамлай һүҙен мәҡәләбеҙ геройы. Хеҙмәтенән йәм табып йәшәгән Миҙхәт Рәхим улының маҡсаттары алға әйҙәй. Көн һайын илһамланып яңы эшкә тотона ул. Беҙ ҙә уның киләсәктә кешеләргә кәрәк, ғаиләһенә терәк булып йәшәүен теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй
Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй
Күңел ятҡан эш йәшәүгә дәрт өҫтәй
Автор:Гумерова Л
Читайте нас