Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Сентябрь 2023, 10:04

Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә

Аҙнайҙа йәшәүсе Асия һәм Риғәт Мөҙәрисовтар ауылда тәүгеләрҙән булып виноград үҫтерә башлаған.  

Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙәУңыштың сере - яратып үҫтереүҙә
Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә

Көҙгө баҡса – йәй буйы тир түккән хеҙмәтеңдең тәмен татыу ул. Аҙнай ауылында йәшәүсе Асия һәм Риғәт Мөҙәрисовтар емеш-йәшелсәләрҙе йыйыу, баҡсаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, киләһе уңышҡа нигеҙ һалыу менән мәшғүл. 

Һарымһаҡ, һуған уңышы күптән йыйып алынған, шулай уҡ ҡабаҡ, фасоль түтәлдәре бушап ҡалһа ла,  кәбеҫтәләрҙең бер нисә төрө бар әле.  

Мөҙәрисовтарҙың йорто Өйәҙе йылғаһынан әллә ни алыҫ түгел, бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан, баҡсаны тирәләп алған өйәңкеләр йәйге эҫеләрҙә еләҫлек биреп тора. Шаҡтай майҙанды биләгән баҡсала йәшелсә-емештең барлыҡ төрөн дә үҫтергән улар: ҡарбуз-ҡауын, помидор, борос, фасоль, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, баклажан, ежемалина, һутланып торған йөҙөм тәлгәштәре… һанап бөтөрөрлөк түгел.

- Емеш ағастарының һәр ҡайһыһы иғтибар талап итә, уларҙы эшкәртергә, үҙ мәлендә ҡырҡырға, һыу һибеп торорға кәрәк, Бына был “Поздняя осень” тигән сортлы ҡыҙыл муйыл, уны май айында күрһәгеҙ ине, шау сәскәлә ултырҙы, әммә яҙғы һалҡындар үҙекенен итте, емештәре булманы тиерлек. алмағастар ҙа һыуыҡтан зыян күрҙе, - ти,  хужалар баҡса буйлап йөрөгәндә.   

Ћәүәҫкәр баҡсасылар әйтеүенсә, мул уңыш алайым тиһәң, үҫемлек тураһында барыһын да белергә кәрәк: ҡайҙа ултыртырға, нисек ашлама индерергә. Ә был ауырлыҡ тыуҙырмай, сөнки Асия Хосам ҡыҙы һөнәре буйынса - биолог. Мәктәптә эшләгән осоронда, ул уҡыусылар менән мәктәп баҡсаһында ла эшләй, технология дәрестәрен дә алып бара. 

Ишек алдында әле булһа, сағыулығын юғалтмаған сәскәләр, ҡапҡа асып ингән һәр кемдең ҡарашын иркәләй. Өйгә инә торған ерҙә үк һауыт-һауыт сәскәләр үҫеп ултыра. Был тиклем сәскәләрҙе үҫтереү өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, ә күңелеңде биреп тәрбиәләү, уларҙы яратыу ҙа кәрәк.

- Өйөмдә - гөлдәр, баҡсала – сәскәләр үҫтереү оҡшай. Cиләбенең “Сады Урала” тигән баҡсасылыҡ ширҡәтенән орлоҡ һәм үҫентеләрҙе почта аша яҙҙырып алам. Клематистың ике төрө бар, үҙемә бәрхәт, пион сәскәләре оҡшай, уларҙың да әллә нисә төҫтәгеһе бар. Хәҙер инде сентябрина, астралар сәскә атты. Ҡышлау гөлдәрен яңартып ултыртам, шулай уҡ киләһе йыл ултыртыу өсөн орлоҡтар әҙерләйем, - ти, матурылыҡҡа ғашиҡ Асия апай.   

Килешле итеп эшләнгән баҡса дизайны, резинанан киҫеп яһалған аҡҡоштар, ҡоймаға үрмәләп үҫкән ҡыуаҡтар, зауыҡ менән эшләнгән ҡойо – был йортта бөтмөр кешеләр йәшәүенә асыҡ миҫал.

Ә бына виноградты улар ауылда беренселәрҙән булып үҫтерә башлаған. Бында көньяҡ емешенең бер нисә сортын күрергә була - «изабелла», «русбол» һ.б. бешкән емештәрҙе турғайҙар ҙа сүпләргә ярата икән, ҡоштар эйәләшмәһен өсөн, Риғәт ағай баҡса ҡарасҡыһы яһап ҡуйған.

- Утыҙ йыл тирәһе виноград үҫтерәбеҙ. Асыҡ ерҙә лә, пленка аҫтында ла ултыртылғаны бар. Теплицалағыһы, ғәҙәттә, иртә өлгөрә. Һәр нәмә тәрбиә ярата, һыу һибеүҙән тыш, шулай уҡ ваҡытында ботаҡтарын киҫергә лә кәрәк, күрәһегеҙме, улар хатта ҡуйырып та киткән. Виноград үҙебеҙгә лә етә, ситтә йәшәгән балаларыбыҙ ҙа алып китә. Интернеттан ҡарап хатта шарап та яһайбыҙ, - тип, был емеше үҫтереү нескәлектәре менән таныштыра улар.

Мөҙәрисовтарҙың балалары ла тура килгән һайын ҡайтып, ата-әсәләренә баҡса эштәрендә ярҙам итә, еләк-емештәр  йыйып, рәхәтләнеп ял итеп китәләр. Әлеге мәлдә Асия апай хәләл тир түгеп үҫтергән еләк-емештән, йәшелсәләрҙән йыл буйына етерлек салат-турамалар, һуттар әҙерләү менән мәшғүл. Риғәт ағай иһә йорт-ҡуралағы төҙөкләндереү эштәрен башҡара.

- Быйыл йәй буйы ремонт менән булыштыҡ тиһәң дә була: киләһе йылда ҡауын-ҡарбуз үҫтереү өсөн айырым теплица төҙөнөк, иртә яҙҙан себеш-бәпкә алыу өсөн, йәйге кухня төҙөп, мейес сығарҙыҡ. Өйҙә лә, кешенән ҡалышмайыҡ тип, заманса ремонт эшләргә булдыҡ, - тип, йылмая йорт хужаһы.  

Хеҙмәт ветерандары ҡышҡыһын да ҡул ҡаушырып ултырмай, Асия апай ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш, йылы носкиҙар бәйләп, теген машинаһында әйберҙәр текһә, Риғәт ағай иһә талдан төрлө кәрзиндәр, вазалар үрә. Ҡыҫҡаһы, хаҡлы ялдағы Мөҙәрисовтар һәр көндән йәм-тәм табып йәшәй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.


 

Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә
Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә
Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә
Уңыштың сере - яратып үҫтереүҙә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас