

Илебеҙ буйынса 1 октябрҙә Өлкәндәр көнө билдәләп үтелә. Алтын көҙҙөң иң матур мәлендә, йәғни 30 сентябрҙә Ҡаныҡай мәҙәниәт йортонда "Һеҙҙең өсөн..” тип исемләнгән байрам үтте.
Өлкәндәр - донъя тотҡаһы, ауылдың йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге, тиҙәр. Был көндә Ҡаныҡай һәм Бикҡол ауылының оло йәштәге ағай һәм апайҙары байрамса кейенеп килгәне. Уларҙың барыһы ла тиерлек матур тормош юлы үткән, бөтә ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышлаған, күмәк балалар үҫтергән абруйлы хеҙмәт ветерандары. Барлыҡ йыйылыусыларҙы Бикҡол ауыл Советы рәйесе Ришат Нуриман улы Әхмәтшин сәләмләп үтте:
- Ошондай байрамдар булып торһон, өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе аралашыуға мохтаж, алдағы көндәрҙә лә берҙәм булып, Яңы йыл, Ватанды һаҡлаусылар көнөн үткәрәйек. Залда заманында колхозда ал-ял белмәй эшләгәндәр менән бер рәттән махсус мобилизацияла йөрөгән ир-егеттәребеҙҙең әсәләре лә ултыра. Уларҙың барыһы ла иҫән-һау ҡайтып, барыбыҙ ҙа бергәләп ҡаршы алырға яҙһын, - тине ул, үҙенең сығышында.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре Әминә Миңдеғәли ҡыҙы өлкән йәштәгеләр өсөн төрлө конкурстар ойошторҙо, байрам дәртле бейеүҙәр менән дауам итте. Ошо ауыл ҡыҙы Лариса Әсфәндиәрова өлкәндәргә бағышлап йыр йырланы. Байрамға иклеүселәрҙе китапханасы Рима Нафикова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлиә Айытова ла тәбрикләп үтте.
Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар йыр-моң менән үрелеп барҙы. Сәстәренә сал төшһә лә, майлайҙарына тәрән һырҙар ятһа ла, күңелдәре менән һаман йәш булған ағай-апайҙар үҙҙәре лә сәхнәгә сығып йыр йырланы. Ғәбиҙә Әсфәндиәрова, Ғилман Ишниязов, Әхәт Бәхтиәров, Мөслимә Ғосамова, Тәслимә Аҙнабаева һ.б. йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Бер утырыу үҙе бер ғүмер, тип ололар бит юҡҡа әйтмәгән Бер осорашып серҙәр бүлешеү, был ғәҙәттәр киләсәктә лә дауам итер.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотолары.